Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
6 Июль 2023, 15:23

ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН

Бына шул. Һайғауҙай кәүҙәһе менән үҙен йәлләтергә маташып, башын эйеп, ҡулдарын һәлендереп, күҙен йәшереп тора ти бит әле! Үәт, аҡыллы баш! Ә миңә үҙ-үҙемде ҡайҙа итергә белмәй ауылды ташлап сығып киткәндә еңел инеме? Төшөмдә күреп, илап-һаташып уянған саҡтарым, донъянан биҙгән мәлдәрем әҙ булдымы? Йәшлектең ҡәҙерле минуттарын иҫкә алмай, һағынмай тиһеңме?!

ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН
ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН

Бәләкәйҙән яҡын күрҙем мин уны, бишенсе кластан алып яраттым тиһәм дә була. Ул тиклегем матур ҙа түгел, артыҡ һөйләшеп тә бармай ине. Күрше ауылға уҡырға барғандан алып күңелемә инеп ояланы ла, ғүмерлекккә әсир итте ул мине...
Ярай инде, баштан һөйләйем. Әйттем бит, үҙ ауылыбыҙҙағы мәктәпте тамамлағас, күрше ауылға йөрөп уҡый башланыҡ. Беҙҙең класҡа бер нисә ят ҡыҙ, ике яңы малай өҫтәлде. Улар ҙа ҙур мәктәпкә үҙ ауылдарынан килеп уҡыйҙар. Малайҙарҙың береһе - ике туған ағайым ине. Икенсеһе лә яп-ябай ауыл малайы, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылып тормай. Юҡ, айырыла ине шул. Күҙ ҡарашы әллә ҡайҙан төптән, тәрәндән ине уның, үҙенә гел ҡарайһы килеп кенә тора ине. Бер ваҡыт теге ағайым менән уның ошо айырылмаҫ дуҫы “хат” ташый башланылар миңә. Бер-ике һүҙ сыймаҡланған бәләкәй ҡағыҙ осмотон көн дә тиерлек алып килеп усыма һалалар. Ә үҙҙәре ситтән ауыҙ йырып ҡарап торалар.“Һаумы. Был мин – Рафиҡ” йәки “Уҡыу барамы? Мин Рафиҡ булам”. Ошо “хат” киҫәген ҡайҙа итергә белмәйем, йәнем көйә, оялыштан ҡыҙарам. Белмәгән-күрмәгән Рафиҡты эстән әрләйем...
Шулай бер-ике йыл үтеп китте. Өлкәнерәк синыфҡа еткәс, мине ҡалаға уҡырға ебәрҙеләр. “Теге” һаман хат яҙа. Тик хәҙер үҙенең исеменән. Мин ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдым ул хаттарҙы. Шундай күңелле ине ябай ғына хат юлдарын уҡыуы! Йәйге каникулға осоп тиерлек ҡайтыуҙар, совхозға бесән эшләп йөрөүҙәр, киске уйындар, бергәләп оҙатышыуҙар барыһы ла булды. Хәйер, кемдәрҙең генә башынан уҙмаған бындай хәлдәр?! Көслө, ғорур ҡарағай ағасы янында һыйынып үҫкән наҙлы йәш ҡайын һымаҡ тоя инем үҙемде...
Уны армияға йәштәр күмәкләп оҙаттыҡ. Вәғәҙәләр, анттар бирешмәнек, ҡараштар менән һүҙһеҙ генә аңлаштыҡ. Күҙҙәр барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләй һымаҡ ине...
Арала бер-бер артлы хаттар йөрөп торҙо. Бер хатында “записка биреп йөрөгән Рафиҡ мин үҙем инем, тик исемләп яҙырға ҡыйманым”, тип яҙҙы. (Серҙе былай ҙа аңлағайным инде). Барыһы ла ҡыҙыҡ, сихри ине ул саҡта. Фотолар ебәрештек. “Ҙурайғанһың”, “Матурланып киткәнһең” тип яҙғандары әллә күпме һөйәм-яратамдан ҡәҙерлерәк тойолдо. Күңел осорҙай талпынып, татлы хыял диңгеҙендә йөҙгән йәшлегебеҙ ине был дәүер . Берәүҙе лә күрмәй, тоймай, уйымда тик ул ғына йәшәгән йүләр сағым! Ә ул әрменән ҡайтҡанда урамда һушты алырлыҡ яҙ миҙгеле ине. Сәскәләрҙең хуш еҫенә баштар әйләнә, ҡоштар һайрауына ҡушылып күңел йырлай. Ҡаршы ала алманым, баш күтәрмәй имтихан бирә инек...
Тиҙ генә күрешеү насип булманы. Йәй урталары булып китте. Ҡайтыуыма ауылда ҙур яңылыҡ ҡаршыланы: егетем өйләнә! Аяҙ көндә йәшен аттымы ни, яҡты көнөм ҡара төнгә әйләнде шул саҡ. Ышанырға теләмәй, сәбәп табып, күрше ауылға инәйемдәргә барҙым. Уларҙың тәҙрәһенән һөйгәнем йәшәгән өйҙөң ишек алды ус төбөндәгеләй күренә. Ярты көн унда-бында йүгерешкән, мәж килеп туйға әҙерләнгән туғандарына ҡарап, күҙ йәшемде түктем дә, ҡанаты ҡайырылған ҡош һымаҡ хәлһеҙләнеп өйгә ҡайтып йығылдым. Рәнйеш, хурлыҡ, асыу – барыһы бергә буталды...
Ул өйләнде. Күпмелер ваҡыттан һуң мин дә кейәүгә сыҡтым. Йыл артынан йылдар аҡты. Ике ҡыҙым үҫеп етеп сит ҡалаға уҡырға киттеләр. Ә тормош юлдашымдан уңдым, аҡыллы кеше булып сыҡты ул. Миңә ауырлыҡ күрһәтмәне. Тик һап-һау күренгән иремдең йөрәге ҡапыл, көтмәгәндә тибеүҙән туҡтаны. Иллем дә тулмайынса яңғыҙ тороп ҡалдым. Артабан йәшәргә, яңғыҙлыҡҡа күнергә тура килде. Әлдә ҡыҙҙарым тәртипле, үҙаллы булдылар. Икеһе лә ваҡытында ғаилә ҡороп, мине бәхетле оләсәй иттеләр. Тере кеше тереклек итә, тиҙәр шул.
Бер көн ауылдан әсәйем телефон аша яңылыҡ еткерҙе. Күрше ауылдан фәлән-фәләндең улы килгән, әллә күпме күстәнәс килтергән, оҙаҡ итеп хәлен һөйләп ултырған, имеш. Шул инде, шул, минең тәүге мөхәббәтем, алдаҡсы, хыянатсы килгән!
- Апай, әрләмәгеҙ мине, күп уйландым һеҙгә килерҙән алда. Йәшлек хатаһы менән Гөлсөмдө рәнйеттем, ахыры, һиҙәм, ул риза түгел. Мин дә күңел тыныслығы таба алмайым. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтте, ә олоғая башлағас уйландыра, барыһы ла иҫкә төшә. Ҡатыным ауырлымын тигәнгә өйләндем бит мин. Малайыбыҙ, унан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Улымдың тормошо бер ҙә алға бармай. Һуң ғына кәләш алды. Тоҡомо насар тип ҡаршы төшөп ҡараныҡ, тыңламаны. “Мин уның тоҡомона өйләнмәйем, үҙенә өйләнәм, алып бирмәһәгеҙ, башҡа минән килен һорамағыҙ” тигәс, ризалашҡайныҡ. Килен үҙ ояһынан алыҫ китмәгән бер аҙғын нәмә булып сыҡты. Ике балаға әсәй хәҙер, балаларҙы ташлап сығып китә лә аҙналап юҡ була. Ҡатыным шулар өсөн гел көйәләнеп йөрөп йөрәктән барып йығылды. Врачтар Өфөгә операцияға тип ҡуйҙылар. Улым вахтаға сығып китте. Уныһы һаман бер һүҙҙе һөйләй: “Аҙғын икәнен белгәс, нишләп алып бирҙегеҙ, алмаҫҡа кәрәк ине!”, - ти ҙә ҡуя. Ике ейәнсәрем хәҙер минең менән. Уларҙы бит ашатырға, өҫ-башын ҡарарға, сәсен тарап үрергә кәрәк... Ниндәй булһа ла, әсәй – әсәй инде. Тәҙрәгә ҡапланып, “мамочка!” тип ҡысҡырып илайҙар, шуныһы бигерәк ҡыйын. Беҙҙең хәл шулайыраҡ. Гөлсөм мине ғәфү итһен, апай, уға минән сәләм әйт! Үҙен күреп, “Кисер мине, Гөлсөм!”, тип әйтергә ине...
Бына шул. Һайғауҙай кәүҙәһе менән үҙен йәлләтергә маташып, башын эйеп, ҡулдарын һәлендереп, күҙен йәшереп тора ти бит әле! Үәт, аҡыллы баш! Ә миңә үҙ-үҙемде ҡайҙа итергә белмәй ауылды ташлап сығып киткәндә еңел инеме? Төшөмдә күреп, илап-һаташып уянған саҡтарым, донъянан биҙгән мәлдәрем әҙ булдымы? Йәшлектең ҡәҙерле минуттарын иҫкә алмай, һағынмай тиһеңме?! Күҙеңә ҡарап, бер ултырып һөйләшкем дә килә. Тик... һуң инде, һуң. Беҙҙең поезд күптән китте инде...
Эйе, мин яңғыҙ. Ҡайһы саҡ яңғыҙ ҡайындай тоям үҙемде. Шулай ҙа тамырҙарым ныҡ. Балаларым, әсәйем, ейәндәрем менән көслөмөн. Эргәмдә сит-ят ағас кәрәкмәй. Ҡарағаймы ул, уҫаҡмы, имәнме – мөһим түгел. Яңғыҙ ҡайын, моңһоу ҡайын, ғорур ҡайын мин. Бер-береһен һөйгән йәрҙәр ваҡытында аңлашһын, юлдары аймылыш булып, киләсәк тормоштарында үкенеп йәшәргә тура килмәһен ине. Яратҡан кешегеҙҙе рәнйетмәгеҙ бер ҡасан да!


Хатты Л. Ғәниева әҙерләне.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall-76676437_4968%2F1751fe218b7f0bf4fb

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: