Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
11 Июль 2023, 20:35

Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкинме?

Ошо көнгә тиклем тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкин түгел тип уйлай инем.Тик яңылышҡанмын икән.

Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкинме?
Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкинме?

Тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкинме? Һәр кем был һорауға үҙенсә яуап бирә. Ошо көнгә тиклем тәү күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкин түгел тип уйлай инем.Тик яңылышҡанмын икән. Әлбиттә, һис шикһеҙ бер күреүҙән ғашиҡ булыу мөмкин.

Бер ҡараштан ғашиҡ итте мине ғорур егет. Уның яғымлы ҡарашына, һөйкөмлө тауышына, ихлас йылмайыуына һоҡланып бөтә алманым. Минең өсөн ул “Урал батыр” әкиәтендәге ғорур, уңған, тырыш, көслө батыр кеүек ине. И.-ны күреү менән шатлығымдан, бәхетемдән күктең етенсе ҡатына менгәндәй булам. Шулай итеп көн артынан көн үтте, ә мин уны нығыраҡ яраттым. Ләкин И.-ға һөйөүемде белдерергә ҡыйманым. Мин бик ныҡ оялдым һәм шул уҡ ваҡытта уның миңә кире яуап ҡайтарыуынан ҡурҡтым. Һәр ваҡыт тиерлек уның тураһында уйланым. Шулай көндәр, айҙар үтте, ә И. күренмәне. Оҙаҡ ҡына килер, шылтыратыр тиеп көттөм, өмөт иттем. Тик барыһы ла юҡҡа ғына булған. Ул икенсе ауылға уҡырға киткән. Ошо яңылыҡты ишеткәс, минең өсөн бар ер шарын ҡара болоттар ялмап алған, йәшен йәшнәп ямғыр яуған кеүек булды. Йәшәүемдең мәғәнәһе юғалған кеүек тойолдо. Нисек кенә ауыр, ҡыйын булмаһын мин И.-ды оноторға тырыштым. Тик уның яғымлы тауышы ҡолағымда сыңлай, ә ихлас йылмайыуы күҙ алдыма килеп баҫа. Йәшәүемдең мәғәнәһе лә ул ине.

Шулай итеп айҙар, йылдар үтә торҙо. Көндән-көн И.-ды онота барғандай тойҙом үҙемде. Оноттом ғына тигәндә юлыма И. осрамаһынмы. Ул минең күҙҙәремә, ә минең уның күҙҙәренә ҡарап ҡатып ҡалғанбыҙ. Тап шул ваҡытта бер аҙ илағым да, көлгөм дә килгәйне. Уға ҡарап йылмайҙым да туп-тура баҫып юлымды дауам иттем. Ә ул миңә ниҙер әйтергә теләгәндәй ҡулдарын болғаны.Тик хәҙер һуң инде.Минең И.-ға ҡарата һөйөүем һүнде,һүрелде .Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты ти бит халыҡ әйтеме.
Тәү күреүҙән ғашиҡ булып була ,дуҫтар!Барығыҙҙың да һөйөп,һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйем!
(Исемен күрһәтмәүҙе һораны)

Автор:
Читайте нас: