Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
12 Июль 2023, 13:57

Эскәндәргә бармағыҙ, ҡыҙҙар!

"Олатаңды яратам, өйләнешкәс үҙгәрә ул, үҙгәртәм, эсмәй ул, тип сыҡтым..."

Эскәндәргә бармағыҙ, ҡыҙҙар!
Эскәндәргә бармағыҙ, ҡыҙҙар!

Бер инәйгә әле лә рәхмәтлемен. Беҙгә күрше йәшәгәс, әсәйем концертҡа мине уға эйәртеп ебәргәйне. Клубтан ҡайтып киләбеҙ, тыш дөм-ҡара, ҡар шығырлап ҡына ята. "Ҡыҙым, бер нәмә әйтәм. Эскән кешегә кейәүгә барма. Саҡ ҡына эскәненә лә. Ана, олатаңды яратам, өйләнешкәс үҙгәрә ул, үҙгәртәм, эсмәй ул, тип сыҡтым. Үҙгәрмәй улар, ҡыҙым, үҙгәрмәй. Анан балаға батаң. Матур саҡтарың уны ҡасан ҡайта, нисек ҡайта, тип үтә лә китә. Эсәһен эсеп, көйҙөрәһен көйҙөрөп бөткәс, инде бавай булғас, эсмәй башлай ҙа, ваҡыт кире ҡайтмай шул, үкенес кенә ҡала икән. Мин төҙәтәм, мин үҙгәртәм, тип яңлышма", — тине.
Инәйҙең һүҙҙәре шул тиклем күңелемә һеңеп ҡалдымы, йәшлек килгәс, оҡшатҡан егет эсә икәнен белгәс тә, аралашманым. Үҙем дә эсмәнем, әхирәттәрем дә эсмәгән ҡыҙҙар булды. Юлымда, әлбиттә, эсмәгән, күңелемә ятҡан егет осраны, уға кейәүгә сыҡтым.
Һәр кем бәхетле булырға, шул бәхетен үҙе ҡорорға хаҡлы, тип әйтмәксе инем. Эскәндәргә бармағыҙ, ҡыҙҙар!

 

Сығанаҡ: Серләшәйек, Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: