Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
15 Июль 2023, 14:36

Кешегә кеше кәрәк...

Иртән башҡаларҙы уятмаҫ өсөн шым ғына ултырып сәй эсер өсөн.. Эшкә киткәндә тәҙрәнән ҡул болғап ҡалыр өсөн..

Кешегә кеше кәрәк...
Кешегә кеше кәрәк...

Кешегә кеше кәрәк.. Иртән башҡаларҙы уятмаҫ өсөн шым ғына ултырып сәй эсер өсөн.. Эшкә киткәндә тәҙрәнән ҡул болғап ҡалыр өсөн.. Көн дауамында башыңда үткән уйҙар йомғағын таратыр өсөн кеше кәрәк.. Аса алмаған берәй һауытты ла асырға ярҙам итеүсе кәрәк.. "Эх, бәләкәй саҡтааа..", тип хәтирәләргә бирелгәнеңдә яныңда ипле генә йылмайып ултырған кеше кәрәк.. Һауа һуларға сыҡҡанда ҡултыҡлар өсөн дә кеше кәрәк.. Вазаға буйың етмәгәндә кәнфит алып бирер өсөн дә кеше кәрәк.. Хоккейҙы ҡарай алмаған ваҡытыңда йүгереп барып иҫәпте белеп килер өсөн дә кеше кәрәк... Кешегә кеше кәрәк... Йөрәккә йөрәк кәрәк..

Гөлсәсәк Мостаева

Автор:
Читайте нас: