Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
26 Август 2023, 19:02

Атайҙай ҡайны

Әрләне, илатҡансы әрләгән саҡтары етерлек булды. Уныһы ла минең аңралығым өсөн булғандыр, йәшәргә өйрәтәм, тип уйлағандыр.

Атайҙай ҡайны
Атайҙай ҡайны

Зөлфирә ТАҺИРОВА: 

"Атайым мәрхүм булып ҡалып, бер аҙ ваҡыттан беҙҙең мал да ҡырылды, хатта этебеҙгә тиклем ятып үлде. Әсәй совхозға барып һыйыр малы һорап ҡарарға булды. "Мал артынан нишләп ирең йөрөмәй?"- тип һораған директор. Яңы ғына ирен ерләп, саҡ торған әсәйем түгелеп илап та ебәргән: "Иремде ерләнем шул, ирем булһа бында нимә генә ҡарап торайым..."

Совхоз беҙгә бер һыйыр бирҙе. Ул директор минең буласаҡ ҡайным булған. Шул турала мин уға яңыраҡ һөйләнем, иҫләйме икән шулай етем ҡалған ҡатынға һәм уның өс балаһына һыйыр биргәнен. "Юҡ, онотҡанмын, килен,"- тине.

Уның шулай эш араһында, ҡайҙалыр китеп барғанда, ҡайтып килгән дә, юл ыңғайы эшләп киткән мәрхәмәтлелегенең иҫәбе лә, һаны ла юҡтыр инде. Кемдеңдер балаһын, йә үҙен эшкә урынлаштырған, кемделер судтан алып ҡалған, кемделер ҡайҙалыр алып барған, ауырып киткәндәрҙе төн тимәй, көн тимәй "скорая" урынына больницаға алып барып еткергән, кемгәлер хатта гражданство алыу менән дә ярҙам иткән, кемделер ваҡытынан алда пенсияға ебәреүгә өлгәшкән, кемгәлер "трудовой"ҙа һуғып биргән....

Былары әле мин килгәс, яҙа-йоҙа ишетеп ҡалғандан...Законды боҙһам да, законлы эшләнем, тип көлә торғайны. Ҡайнымдың ярҙамын күргәндәр әйләнгән һайын килеп рәхмәт әйткәндәре булды, һаулыҡ та һорашмай үтә торғандары ла етерлек булды. Әммә изгелекте үлсәү берәмеге юҡ, уға Аллаһы Тәғәлә барыбер әжер-сауабын насип итә, ғәмәл дәфтәренә яҙыла.

Ҡайнымдың ҡулынан килмәгән эше, ул йырып сыҡмаҫтай проблема булманы. Һәр ишекте тибеп асты, тибеп япты, сират көтөп ултырманы, һүҙе үтте. Ирешмәне, талашманы. Үҙенән алда тауышы йөрөнө, гел шаярып, көлөп, йырлап. Әммә уның ҡаты шаяртҡанын аңламай, тура һүҙен ҡабул итә алмай, үпкәләгәндәр булды.

Әйтте. Ороп- бәреп, тураһын ярып әйтә белде, үҙенең фекеренән, уйынан тайпылманы, кеше һүҙенә төшмәне, алдына алғанын ҡуйманы, ярты юлдан боролманы, берәүҙән дә ҡурҡманы. Ҡатылығы ла, йомшаҡ яҡтары ла булды.

Әрләне, илатҡансы әрләгән саҡтары етерлек булды. Уныһы ла минең аңралығым өсөн булғандыр, йәшәргә өйрәтәм, тип уйлағандыр. Былтыр Уралиям алдында иланым, сыҙамай. Һөйләнеп илағанмындыр инде. Ҡыҙым ҡарап ултырҙы ла: "Һине лә жалко, но, ҡартатай мой родственник, поэтому мин уның яҡлы. Просто так кешене әрләмәйҙәр ул, подумай, может сама виновата,"- тигәйне. Аптырап ултырҙым бер талай.

Аҙаҡ бер ҡайнымдың иҙәнгә төшөрөп ашағанына үҙ алдыма тағы һөйләнәм : "Эйәге тишек әллә бөтә ризығы иҙәндә, тауыҡ ебәрһәң туймалы..."

Ҡыҙым өндәшмәй йөрөнө лә : "Ярар, етәр, һепереп алырбыҙ, нам же не трудно. Уның может ҡулы тотмайҙыр, теше булмағас ҡойолоп китәлер, юрамал ташлап ултырмай бит инде. Ты же тоже состаришься,"- тине. Ғүмерлек һабаҡ булды. Башҡаса ул турала көйәләнмәнем, уйламаным. Аяҡ кейемен сисә алмай төпкә тиклем үтеп киткән саҡтарында ла өндәшмәнем...

Бер ҡасан да ҡаршы өндәшмәнем. Шуныһына ҡыуанам. Нимә тип кенә әрләһә лә башымды эйеп риза булдым, тыңланым. Ирешмәнем. Һүҙенән сыҡманым.

Кем булды ул минең өсөн? Ябай ҡайны түгел шул. Миңә шуға ла ауыр, ҡыйын. Ябай бер ҡайны булманы. 11 йәшемдә атайһыҙ тороп ҡалдым, ә 12 йәшемдә Рәмис мине алып ҡайтты. Алдаштырып. Ата- әсәһе менән таныштырҙы ла ҡуйҙы. Шул йәштән бирле инде атай кеүек тә булып китте. Уҡыуыма оҙатып ҡалды, Һабырҙан барып алып ҡайта торғайны, Рәмис армияла саҡта ла уларҙан ҡайтманым, ситкә уҡырға киткәс, таксиға оҙатыусы ла ул, ҡаршы алыусы ла - ул.

Туйҙың иртәгеһенә үк Ҡыпсаҡҡа алып барып эшкә урынлаштырҙы. Көн һайын ҡуша алып йөрөнө, ҡуша алып ҡайтты. Мин уның ҡурсауында булдым. Ҡыҙы инем, тиһәм арттырыу булмаҫ.

Яңыраҡ саҡырып алды ла: "Килен, ауылда ҡалдырып һине әрәм иттек шикелле, ҙурыраҡ ерҙә эшләргә тейеш кеше һин, способный һин, үҙем иҫән саҡта урынлаштырып ҡалыр кәрәк,"- тине. "Ыста, мин ҡайҙа китәйем, йөрөп эшләйемме шунан, бармайым бер ҡайҙа ла,"- тинем. "Уйлармын да, әйтермен, килен,"- тине. Өлгөрмәне әйтеп, әллә уйының осона сыҡмаған булдымы ...

Мине әллә кем иткән булды ул. "Киленде санаторийға ебәреп алайыҡ,"-тип ырғып төшөр ине... Кеше килһә маҡтанып бер булыр ине: "Беҙҙең килен,"- тип башлап китер ине...

18 йыл йәшәнек бергә. Бөгөн тәүгә : "Хәйерле иртә, килен. Матур итеп эшләп ҡайт,"- тип оҙатып ҡалыусы булманы. Шуға иланым түгелеп иртә менән . Эштән ҡайтып инһәм : "Ҡыпсаҡтар нимә эшләп ята, шәптәрме?"- тип һораусы ла булмаясаҡ... "Ултырып тороп ашап ал, килен, шунан ятып ял итеп ал, хөкүмәт эше арыта ул..."-тейер ине..."

Автор:
Читайте нас: