Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
28 Сентябрь 2023, 15:45

Эх, ҡәйнешем, шул ҡыҙыулығың булмаһа...

– Әсәй, мин һиңә бала сағымдағы бер серҙе асам тием дә гел туҡталып ҡалам. Күңелемде кимереп торғандай ул... Ҡыҙымдың был һүҙҙәренән аптырап ҡалдым.

Эх, ҡәйнешем, шул ҡыҙыулығың булмаһа...
Эх, ҡәйнешем, шул ҡыҙыулығың булмаһа...

"Әсәй, мин һиңә бала сағымдағы бер серҙе асам тием дә гел туҡталып ҡалам. Күңелемде кимереп торғандай ул..." Ҡыҙымдың Яңы йыл төнөндә һөйләгәндәре йөрәгемде, гүйә, төбө-тамыры менән ҡаната-ҡаната йолҡоп сығарҙы...

Быйылғы Яңы йыл минең өсөн йән тетрәнеүенән башланды. Үткәндә ҡалған ҡайғылар күңел төбөнән ҡапыл урғылып сығып, йөрәгемде телепме-телә... Яңы йылды кейәүҙәге ҡыҙым Ынйының ғаиләһе менән бергә ҡаршыланыҡ. Күңелле байрамдан һуң төн ҡыҙым менән икәү генә ҡалып һөйләшеп ултырабыҙ.

– Әсәй, мин һиңә бала сағымдағы бер серҙе асам тием дә гел туҡталып ҡалам. Күңелемде кимереп торғандай ул... Ҡыҙымдың был һүҙҙәренән аптырап ҡалдым. Асыҡ күңелле, шарҙыуан холоҡло балам бер ниҙе лә йәшермәй кеүек тойола ине... – Таһир ағайыма ҡағыла был, – тигәс, бөтөнләй ҡалтырана башланым. Иң яратҡан ҡәйнешем... 16 йыл элек мәрхүм булып ҡалған яҡын кешем... – Иҫләйһеңдер, ағайымдың туйына күмәкләшеп алдан әҙерләндек. Миңә унда ете йәш ине, – тулҡынланған ҡыҙым өҙөк-өҙөк һөйләй башланы. – Кеше күп, арала болғанып йөрөмә, тинеләр. Ана, телефон эргәһенә ултыр ҙа, шылтыратһалар, беҙҙе саҡырырһың, тине өләсәй... Шулай төрлө кеше менән һөйләшәм... Бына бер саҡ кемдер шылтыратып, яғымлы тауыш менән өндәште. “Мин Гөләндәм апайың. Ынҡыҡай, Таһир ағайыңды саҡыр әле, зинһар. Ул миңә бик кәрәк. Зинһар, саҡыр, үтенеп һорайым...” – тине. Ә мин... Был турала өләсәйгә әйттем. Ул тиҙ-тиҙ атлап килде лә теге апай менән бик ҡаты һөйләшеп, телефонды шартлатып һалып ҡуйҙы. “Гөләндәм апай шылтыратты тип бер ҡасан да, бер кемгә лә өндәшмә! Ауыҙыңды асаһы булма!” – тип миңә лә ныҡ асыулы екерҙе... Бына шул... Ошо шылтыратыу тураһында тәүге тапҡыр һиңә әйттем, әсәй... Был һүҙҙәр йөрәгемде, гүйә, төбө-тамыры менән ҡаната-ҡаната йолҡоп сығарҙы. Гөләндәм... Ҡәйнешемдең шул ҡәҙәр ныҡ яратҡан ҡыҙы. Кеше һүҙе арҡаһында үпкәләшеп кенә әрәм булдылар шул. Гөләндәме, ғәфү итә алмайым һине, тип ҡырға сығып киткәс, ҡыҙыу ҡанлы ҡәйнешем тотто ла икенсе берәүгә өйләнергә ҡарар итте. Тик, араларында мөхәббәт булмағас, йәшәй алманылар. Ни балалары тыуманы. Һөҙөмтәлә ҡәйнешем, тыуған ауылын ни тиклем яратһа ла, унда аҡсалы шөғөлө булһа ла, башы һуҡҡан яҡҡа эшкә сығып китте. Һәм... башҡа ҡайта алманы. Ҡот осҡос аварияла һәләк булды... Әгәр туй алдынан һөйгәненең бер генә һүҙен ишетһә лә, бар “кәртәләр”ҙе емереп, яра һуғып сығып китер ине бит ул! Ҡәйнәм ниңә генә араларына төштө икән? Туйға күпме әҙерләндек, күпме сығым китте тип уйланымы икән – уның холҡо шундайыраҡ ине шул. Ә үҙе, бахыр, улының үлеменән һуң оҙаҡ йәшәй алманы, йөрәк сиренән китеп барҙы... Эх, ҡәйнешем, шул ҡыҙыулығың булмаһа... Бөгөн арабыҙҙа шау-гөр килеп, дәртләнеп йәшәп ятыр инең. Әллә... Тәҡдирме был? Һәр кемдең яҙмышы маңлайына яҙылған була тиҙәр бит. Ни тиһәң дә, бер-береһен яратҡандар айырылмаһын, уларҙың араһына ҡыҫылмаһаҡ ине. Һөйгәндәргә тик бәхет теләйек. (Районда йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).

 

Автор: Дилбәр Ишморатова

Автор:
Читайте нас: