Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Октябрь 2023, 13:38

АТАЙ ЙОРТО (Булған хәл)

Бынан биш йыл элек уның бер туған апаһы юл фажиғәһенә эләгеп вафат булып ҡалды. Һөйөклө ҡыҙҙарының ике балаһын йәтим итеп донъянан китеүе атай-әсәйҙәрен түшәккә йыҡты, бер-бер артлы тигеләй мәрхүм булып ҡуйҙылар. Сәбәбе “апаһы” тиһә лә, үҙенең дә ғәйебе барлығын тоя Әсләм.

АТАЙ ЙОРТО (Булған хәл)
АТАЙ ЙОРТО (Булған хәл)

...Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Тыуған яғына елдергән поезд тәгәрмәстәренең туҡылдаған тауышына ойоп барған Әсләм көрһөнөп ҡуйҙы: нимә көтә уны алда? Тағы ниндәй һынауҙар ҡуйыр был тормош тигәнең?

Бынан биш йыл элек уның бер туған апаһы юл фажиғәһенә эләгеп вафат булып ҡалды. Һөйөклө ҡыҙҙарының ике балаһын йәтим итеп донъянан китеүе атай-әсәйҙәрен түшәккә йыҡты, бер-бер артлы тигеләй мәрхүм булып ҡуйҙылар. Сәбәбе “апаһы” тиһә лә, үҙенең дә ғәйебе барлығын тоя Әсләм.

Баш бирмәгән ғәйрәтле өйөр айғырымы ни поезд туҡылдап сабыуын белә, гүйә хәтер өйөрөн ҡайҙалыр ҡыуалай ул...

Әсләм мәктәптә яҡшы уҡыны, ике йыл әрме сафында йөрөп ҡайтты, институтҡа инде. Буласаҡ ҡатыны менән шунда танышты. Бар доньяһы түңәрәк кеүек ине: юғары белемле, яратҡан эше бар, ғаилә ҡорарға йөрөй, ата-әсәһе ауылда бына тигән йәшәп ята. Һөйгән ҡыҙы Гөлсөмөнөң сибәрлегенә иһә һоҡланып туйғыһыҙ – ҡала баҡсаһында сәскә атҡан гөл тиерһең! Уларҙан да бәхетле кеше юҡ, тип ҡыуанды йәш ир.

Гөлсөм – атайһыҙ үҫкән ҡыҙ. Әле сабый ғына сағында әсәһе атаһынан айырылып ҡалаға төпләнгән. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәш әсә, ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлай, иң мөһиме үҙ “себешен” төрлө дауыл-ғәрәсәттән ҡанаттарын йәйеп ҡурсалар дәрәжәле ҡантынға әйләнә. Бына шундай тәрбиәле баҡса гөлөнөң иҫерткес һулышын һуларға һәр саҡ ашҡынып торҙо Әсләм. Бер көн тотто ла, тәүәкәлләп һөйгәненә тәҡдим яһаны. Бына шул саҡта ҡыҙҙың әсәһе туҙынды ла китте:

– Әйҙә, барығыҙ төпкөлгә! – Шунан ҡыҙына боролдо. – Мин ауыл һаҙлығынан ҡотҡарҙым һине. Шул һаҙлыҡҡа үҙең баш тығаһыңмы?!

– Әсәй, мин ауылға һөйгәнем менән китәм. Һин, бер ваҡытта ла теләгеңә ҡаршы булмаясаҡмын, тигәнеңде оноттоңмо? – тип ҡаршылашты Гөлсөм.

-Ҡалығыҙ ҡалала, таныштарым буйтым, бына тигән эшен дә табырмын, – тип өгөтләп маташты әсәһе, ләкин егет өҙә һуҡты:
-Юҡ, минең атай-әсәйем – ауылда, унда ла йәшәп була!

Гөлсөм Әсләм менән бергә ҡалды. Егеттең ата-әсәһе никах уҡытып, матур туй үткәрҙе, йола буйынса килен төшөрҙөләр. Әсләмдең әсәһе әйткән һүҙҙәр әле лә ҡолағында сыңлап тора:

-Килен, төклө аяғың менән! Матур оя ҡороғоҙ, ҡайны-ҡәйнә йортон һыуытмағыҙ! Беҙҙән һеҙгә васыят шул!

Ауылда матур итеп эшләй башланы йәштәр. Юғары белемле белгестәргә оло ихтирам менән ҡаранылар. Ауылда бит барыһы ла ус төбөндәге кеүек. Кәләше балаға уҙғас, Әсләм тағы ла дәртләнеп эшкә егелде. Район үҙәгенән фатир бирҙеләр. Тиҙҙән Гөлсөм бала тапты. И-и, атай кешенең шатлығын күрһәгеҙ! Ҡәйнәһен ҡунаҡҡа саҡырып, йүгереп йөрөнө йәш атай. Гөлсөмдөң әсәһе бер аҙна тирәһе ҡыҙы янында булды. Ул килеү менән ҡыҙына йәлләп ҡарап:

-Ауыл һаҙлығына баш тыҡҡанһың икән, балам. Бер ергә бара алмайһың, бәйле ҡош кеүек ултырырһың сабыйыңды ҡосаҡлап. Ә мин бит, эскесе атайыңдан ҡасып, ҡалаға күсеп, матур тәрбиә бирҙем һиңә, бер нәмәнән мәхрүм итмәй үҫтерҙем. Ә кейәү, уҡыған булһа ла, бер ауыл балаһы! Йөрөй салбар туҙҙырып. Эшкенмәгән! Ниңә ҡалаға юлланмаҫҡа?!.
-Етәр, әсәй! Барыһы ла алда әле. – тине Гөлсөм ҡырҡа ғына.

Әсләм һүҙ көрәштереп торманы, йомош табып сығып китте. Бына шунан һуң ике йәш йөрәк араһында нимәлер өҙөлдө. Башта улар һиҙҙермәҫкә тырышты. Тик әсә һүҙҙәре орлоҡ булып ҡыҙының башына инеп ятҡайны. Төшкән орлоҡ шытмай ҡаламы ни?!.

Башта күңелле ине. Бала күрергә киләләр, өҫтәл эсемлектәрҙән һығылып тора, көн дә байрам. Эштән һамҫып ҡайтҡан ир бер-ике мәртәбә Гөлсөмгә асыуланып та ҡараны. Йәш әсә:

- Һин эштәһең, миңә күңелһеҙ. Кемдер инһә, үҙеңде кеше итеп тояһың. Мин нимә эшләргә тейеш: кафе, кино-театр төшөмә лә ингәне юҡ. Ирең шулай булғас... – ти ине турһайып.

Ҡайһы саҡ ҡайтып инеүгә ишек бикле, сабыйы менән ҡайҙалыр сығып киткән. Был хәл ялҡыта башланы ирҙе, өйҙә иреш-талаш башланды. Гөлсөм күңелле тормошҡа тамам сумған ине. Бик тиҙ аҫҡа тәгәрәне ҡатын.

Кеше араһында, бәлки, күҙе асылыр тип өмөтләнгән Әсләм ҡатынын эшкә урынлаштырып ҡараны, ләкин ҡатыны дуҫ-иштәренән бурысҡа аҡса алып ыҙалатты. Шулай йөрөй торғас, эшенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡты. Башын күтәрергә ояла башланы Әсләм, ҡәйнәһен саҡырып һөйләшеп ҡараны. Ҡәйнә ауыҙын турһайтты:

 

- Үҙең ғәйепле! Йәш кешене, ҡала кешеһен, ауылға алып ҡайтып кешелектән яҙҙырҙың, барыр ер юҡ: кафе, кино-театр ҡайҙа? Өйҙә бикле ултырһынмы!?” – тип ҡайтып китте енләнеп.

Бер саҡ Әсләмде командировкаға ебәрҙеләр. Ҡайтып инһә, өй ишеге шар асыҡ, Гөлсөм һыуға батҡандай юҡ булды. Ярай әле сабыйын атай-әсәһенә ҡалдырып торғайны. Шулай бер йыл ваҡыт үтте, хатта бала әсәһе тураһында һорашмай башланы. Ирҙе йәлләүселәр табылды, хатта һүгеүселәр ҙә бар ине. Йәш ир баш күтәрмәй эшләне, балаһын ҡараны.

Бер кис ишек шаҡынылар, ниндәйҙер ир ишараты баҫып тора ине.

– Нимә кәрәк? – тине Әсләм.

-Һин, Әсләмме? Ҡатыныңды барып ал, шул-шул ҡалала, хәле ауыр, – тине лә боролоп китеп тә барҙы теге ир.

Шаңҡып ҡалды Әсләм: “Нимә эшләргә?” Шулай ҙа балаһының әсәһен йәлләне, алып килде. Бер тере “мәйет”кә әйләнгәйне ҡатын. Тәрбиәләп, йыуындырып кеше рәүешенә индерҙе. “Күп михнәт күргән, аңлар, тағы ла матур тормош башланыр!” – тип йыуатты үҙен ир. Тик... Бер ни тиклем хәл кергән ҡатын тағы ла элекке әшнәләре менән аралаша башланы. Йәшел йылан тағы баш ҡалҡытты.

Бер көн Әсләм эштән ҡайтып инеүгә, өй эсе асарбаҡтар менән тулған ине. Ир инеп ҡысҡырып ебәреүгә, төпкө бүлмәлә ултырған ҡыҙы сығып, атаһына һыйынды:

– Атай, мин бында ҡурҡам, өләсәйгә барайыҡ!

Ҡатынын елтерәтеп алып сыҡты ла һуғып ебәрҙе. Беренсе мәртәбә ҡул күтәрҙе Әсләм ҡатынына.

Көн артынан көндәр үтә торҙо. Ҡатынын ауыҙлыҡларға күпме генә тырышмаһын ир, өмөтө аҡланманы – белмәгәс белмәй икән бәндә! Эштән ҡайтып килгән сағы ине Әсләмдең, ҡыҙы урамда илап ултыра. Йорттағы бөтә йыһаздарҙы ихатаға сығарып өйгәндәр. Фатир ишеген ят ир асты.

– Нимә кәрәк? Тағы нимәгеҙ ҡалған? – тине ул.

– Нисек инде, нимә кәрәк? Был – беҙҙең фатир! Һеҙ кем?

Ят ир Әсләмдең йөҙөнә йәшел ҡағыҙ төрттө:

– Был – минең фатир, ҡара!..

Әсләм полиция саҡыртты. Ысынлап та, фатир һатылған. Ҡатыны ышаныс ҡағыҙы биргән, башҡаһын риэлтор башҡарып та ҡуйған...

Сараһыҙ ҡалған ир, ҡыҙы менән ҡатынын ауылда ҡалдырып, себер тарафтарына юлланды.

Йыл ярым ғүмер үтеп тә китте шулай.

...Поезд тыуған яҡтарына саба, атай йорто көтә. Ҡыҙын һағынды, нисек йәшәй икән? Беренсе бурысы: ата-әсәһенең ҡәберен, шунан йортто тәртипкә килтерер. Бәлки, барыһын да яңынан башлар...

Ә был саҡта ауыл хакимиәте Гөлсөмдө әсәлектән мәхрүм итергә ҡағыҙ әҙерләй ине. Аҙып-туҙып йөрөүен дауам итә, бала үҙаллы йәшәй, күберәген мәктәптә булырға тырыша, һағынып атаһын көтә. Атай йорто ташландыҡ хәлдә, ергә сүгеп, меҫкен булып ҡалған. Алмағастар ғына бирешергә теләмәй, бөрө ебәргәндәр…

Поезд йылғыр айғыр шикелле уйҙар өйөрөн ҡыуып саба ла саба…

Сәфинә ХӘКИМОВА

Автор:
Читайте нас: