Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Октябрь 2023, 14:38

“Теге иреңдең балаларын эйәртеп йөрөйһө булма!”

Төпкөл ауылдан килеп баш ҡалала йәшәгән Мәрйәм матди йәһәттән бер нәмәгә ҡытлыҡ кисермәй. Фатирын да, машинаһын да, ғөмүмән, матур, етеш тормош өсөн барыһын дә хәләл көсө менән тапты. Абруйлы һаналған уҡыу йортона ла ингәндә ул рәттән өс тапҡыр үҙен һынап ҡараны, шунан ғына студент булды.  

“Теге иреңдең балаларын эйәртеп йөрөйһө булма!”
“Теге иреңдең балаларын эйәртеп йөрөйһө булма!”
Әммә был ваҡытты ла ул белем алыуға ғына сарыф итмәне, һәр ваҡыт килем килтерер ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл ине. “Үҙем генә түгел, минән тыш тағы дүрт ҡустым бар бит. Уларҙы ла аяҡҡа баҫтырышаһы бар. Ауылда ата-әсәйемә эш хаҡы аҙ түләнә бит”, – ти торғайны ул. Шулай йылдар артынан йылдар үтә башлағас, ул матди йәһәттән үҙенең тормошон ғына түгел, туғандарыныҡын да нығытты. Тик бына төҫкә-башҡа матур, изге күңелле, тырыш ҡатын шәхси тормошонан ғына уңмаған икән...
 
“Мин дә ир бәхете хаҡында хыялланмаған тиһегеҙме?! Әлбиттә, көн һайын тиерлек бәпесемде һөйөп, иремдең ныҡлы ышығында йәшәргә теләй инем. Тик тормош беҙҙеңсә генә барамы? Юҡ шул...” – ти көслө ҡатын күҙ йәштәре аша.
 
Ғаяз менән эш урынында танышҡандар. Ул ваҡыт, 2000 йыл башы өсөн, ярайһы ҙур ғына хеҙмәт хаҡы түләнгән алдынғы предприятиеларҙың береһендә эшләй ине улар. Шуға мул ғына аҡса алған йәштәр туйҙы ла гөрләтеп яһаны, торлаҡты ла тиҙ һатып алды.
 
Өҫтәүенә йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы бына тигән ике малай тыуҙы. Уларҙың бәрәкәтле, матур, мул тормошона таныштары һоҡланып бөтә алманы. Тик бына был бәхет ситтән генә ялтыр, иҫ киткес булып күренгән икән. Ысынбарлыҡта иһә ғаиләлә янъялдар даими ҡупҡан, һәр тин өсөн ҡатынының йәнен алыр ир ғауғаны йыш сығарған, әммә сабыр Мәрйәм барыһын да бәләкәстәре хаҡына тип эсенә йотҡан.
 
Тик, ҡыҙғанысҡа, ҡаршы бер мәл Ғаяздың Мәрйәмде икәү бергәләп алған фатирҙарынан ҡыуып сығарыуы хаҡында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Әммә был ваҡытта ла ҡатын һыр бирмәне: бар ҡайғыһын эсенә йотоп, балалары хаҡына ут йотоп, әсәһе менән бергә йәшәй башланы. Әммә ҡайғы ағас башынан йөрөймө ни?! Кеше башынан йөрөй шул. Төп терәк-таянысы булған ҡатындың әсәһе лә бик аяныслы, башҡа килмәгән хәл сәбәпле, яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы...
 
“Бына ошо ҡайғы арҡаһында башым аңҡы-тиңке йөрөгән саҡта тормошомда Хәйҙәрҙе осраттым. Уның миңә ҡарата иғтибарлылығына, йылы мөнәсәбәтенә иҫем киткәндер, ахыры. Уның: “Никах уҡытайыҡ”, – тигән һүҙҙәренә ризалығымды биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Их... шул ваҡытта бик ныҡ хаталанғанымды аҙаҡ ҡына аңланым. Тик бына терһәкте тешләп буламы ни?!” – тип хәтирәләргә бирелә ҡатын.
 
Баҡтиһәң, Хәйҙәр бик елғыуар булып сыҡҡан икән. Гүзәл зат вәкилдәренең уңышлы, аҡсалы һәм матди йәһәттән байҙарын һайлап, баш бутаусыларҙың береһе икәнлеге асыҡланған. “Үҙем етди, яуаплы һәм ярҙамсылмын. Тик бына үҙемә ҡарата янаған ниндәйҙер хәүеф-хәтәрҙе, яңылыш аҙымды һис күҙаллай белмәйем икән. Был осраҡта бер аҙға ғына булһа ла бәхет татығым килде, ышанырға тырыштым. Һәм тағы алдандым...”– ти Мәрйәм.
 
“Бер ваҡыт ирем әсәһенә тип йыйына башлағас, мин дә барырға булдым. Ә ул: “Теге иреңдең балаларын алып йөрөйһө булма! Барһаң, үҙең генә бар”, – тип ҡырт киҫте. Ошо ваҡытта минең башыма бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни?! Шаҡ ҡаттым, иҫәңгерәнем һәм тиҙ генә аҡылыма килдем. Өҫтәүенә Хәйҙәрҙән бәпес көтә инем. “Әгәр һине йәки улдарымды һайларға тура килһә, белеп ҡуй: балаларым күпкә ҡәҙерлерәк буласаҡ. Үҙең дә, балаларым бар икәнлеген белә тороп, миңә тәҡдим яһаның бит!” – тип ҡырт киҫтем...”
 
...Ошо ваҡыттан һуң ир йоратынан эҙ ҙә ҡалмаған. Ә Мәрйәм өсөнсө малайының үҫеп килеүенә һөйөнөп туйына алмай. “Әлбиттә, еңел түгел әле минең тормошом. Тик барыбер берәй көн миңә лә бәхет йылмайыр тигән ышаныс менән йәшәйем. Өс улым – өс таянысым. Бер-береһенә таяныс булып үҫеп килә. Ҡасандыр мине уртаҡ йорттан ҡыуып сығарған беренсе ирем дә, бергә булыуыбыҙҙы теләп, килгәне бар. Ә Хәйҙәрҙән бер хәбәр юҡ. Шул тиклем дә ҡаты бәғерле, үҙ балаһына хатта бер тапҡыр ҙа күҙ һалмаған кешегә нисек ғашиҡ булғанмын икән тип аптырайым хәҙер. Хоҙай миңә ир бәхете бирмәһә лә, шөкөр, бала бәхете татырға насип иткән. Ошо үҙе бәхет бит ул!”
 
...Көслө рухлы, ныҡышмал, тырыш, заман менән бергә атлап йәшәй алған Мәрйәмгә ҡарайһың да, тағы таң ҡалаһың. Әйтерһең дә уны яҙмыш ҡыйырһытмаған, әйтерһең дә барыһы ла уға еңел бирелә.
 
 
Автор:
Читайте нас: