Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
19 Март , 15:24

Уңайлы ҡатын булыуҙан ялҡтым...

Уның һүҙҙәре хаҡында аҙаҡ уйландым да, дөрөҫ әйтә бит, тип ҡуйҙым.

Уңайлы ҡатын булыуҙан ялҡтым...
Уңайлы ҡатын булыуҙан ялҡтым...
“Ирҙәр хәҙер ялҡауланды, ҡатын-ҡыҙҙы ла хөрмәт итеп бармай. Ә быға беҙ үҙебеҙ, гүзәл зат вәкилдәре, ғәйепле. Ирҙәр ғаиләне ҡарарға, үҙҙәренә тейешле бар яуаплылыҡты иңенә алырға, ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белергә тейеш”, – тине бөгөн күршелә йәшәгән, психолог булып эшләгән ҡатын.
 
Уның һүҙҙәре хаҡында аҙаҡ уйландым да, дөрөҫ әйтә бит, тип ҡуйҙым. Ысынлап та, үҙебеҙ ҙә ғәйепле бит ошондай хәлгә. Бына ҡыҙым да: “Уңайлы ҡатын булыуҙан ялҡтым!” – ти башланы һуңғы ваҡытта. “Ниңә улай тип әйтәһең?” – тиһәм, “Ирем, торлаҡ өсөн аҡсаны үҙең түлә, ти. Былай ҙа бар бурыстарҙы ҡаплау өсөн өҫтәмә эш алам, аҡса булһын тип. “Минең елкәлә йәшәгең киләме? Кемдер һине ҡарарға тейешме?” тип екерҙе бер көн диванда ятҡан килеш”, – тип яуапланы ҡыҙым.
 
Ирлек бурыстарын аңлаған кеше шулай итер инеме һуң? Эйе, беҙ үҙебеҙ ирҙәрҙе ҡотортабыҙ. Уларҙан яуаплылыҡты тартып алабыҙ ҙа ыҙаға сумабыҙ...
 
(Өфө районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
 
 
 
 
Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: