Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
20 Март , 16:11

Әҙәм көлдөрәләр бит, тип ҡайғырам...

Әсәйемдең һүҙе мине шаҡ ҡатырҙы. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, иллене уҙған әсәйең көтмәгәндә “атайың менән айырылышабыҙ”, тиһен әле.

Әҙәм көлдөрәләр бит, тип ҡайғырам...
Әҙәм көлдөрәләр бит, тип ҡайғырам...
Әсәйемдең һүҙе мине шаҡ ҡатырҙы. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, иллене уҙған әсәйең көтмәгәндә “атайың менән айырылышабыҙ”, тиһен әле. Бына нисә аҙна тыныслана алмайым, сирек быуаттан ашыу тыныс, ыҙғышмай-нитмәй йәшәгән атай-әсәйҙең айырылышыу хәбәре аяҡтан йыға яҙҙы.
Улар иртә өйләнешкән, ни бары 18 йәштә. Ғаиләле көйө береһе институт тамамлаған, икенсеһе армияла хеҙмәт иткән. Аҙаҡ атайым водитель булып эшләгән, ҡустым менән мин донъяға килгәс, фатир һатып алыуға аҡса эшләү өсөн Себергә эшкә киткән. Әсәйемә игеҙәк балаларын бер үҙенә тәрбиәләүе рәхәт булмағандыр, үҙем әсәй булғас, яҡшы аңлайым. Атайға еңел булғанмы ни, ҡарлы-боҙло, мәңге туң ерҙә... Аҙаҡ тормош үҙ яйы менән китте, беҙ ҙә үҫтек, атай-әсәй даими эшкә урынлашты
Бер ниндәй етди сәбәпһеҙ нисек айырылышмаҡ кәрәк? Кемдер эскесе ирен дә тәрбиәләй, йөрөмтәл, ялҡау булыуын да кисерә бит әле, нисек кенә булмаһын, ғаиләһен тарҡатмау өсөн бөтә көсөн, хәйләһен, тырышлығын һала. Минең ир ҙә фәрештә түгел, юҡҡа-барға көнләшеп йонсота. Түҙәм бит. Әхирәттәрем менән осрашҡанда ла эргәмдән китмәй, өҫтәл аҫтында аяҡтарыма типкеләп, тиҙерәк ҡайтырға кәрәклекте иҫкә төшөрөп ҡаңғырта. Әхирәттәремде ошо йүнһеҙ холҡо менән биҙҙереп бөтөп бара инде. Ҡунаҡҡа барһаң, кеше ирҙәре менән бейергә лә, рәхәтләнеп һөйләшергә лә ярамай, өйҙә гел шул арҡала ыҙғышабыҙ. Тик мин һис тә уның менән айырылышырға уйламайым, түҙәсәкмен!
Тыуған йортҡа уҡтай атылып ҡайттым, әсәйем борсолалыр, кәңәш, йыуатыу һүҙҙәре көтәлер, тиһәм, ул бик тыныс ҡаршыланы. Ғаиләне һаҡлау - иң мөһиме түгел был донъяла, ә бәхетле булыу - иң өҫтөнө, тип мине аптыратты. “Атайың менән шатлыҡ та, ҡәнәғәтлек тойғоһо ла юҡ. Тормош эргәмдән юғары тиҙлектә үтеп барғандәй, ә мин поезға һуңлаған пассажирҙай юл ситендә...”
Бәхетле булам тип, ғаиләне тарҡатырғамы? Ҡатын-ҡыҙ ошо усаҡты тергеҙеүсе, ут өҫтәп тороусы фәрештә түгелме ни ? Айырылғандан һуң бәхете артыр тип уйлаймы икән? Атай-әсәйҙең айырылышыуын инде үҙең әсәй булғас та ишетеүе ауыр икән. Бәлки, әсәйем минең һүҙҙәремә лә ҡолаҡ һалыр, әҙәм көлдөрмәҫ, тип үҙемде йыуатҡан булам.
 
 
 
Автор: Дина Арсланова
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: