Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
1 Апрель , 15:10

Атай-әсәйем бәхетле, тип уйлаһын улым

Ҙурайып та киттеме ни шулай бала, ҡасан ғына әле бөтә хәбәрен һорамайынса ла теҙеп һөйләй ине, хәҙер минән ҡотолорға уйлай, тип улымдың һүҙҙәренә эстән генә үпкәләп ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта киҫә әйтелгән хәбәре күңелемде һәр саҡ һулҡылдатып торған хәтирәләрҙе яңыртты.

Атай-әсәйем бәхетле, тип уйлаһын улым
Атай-әсәйем бәхетле, тип уйлаһын улым

Ошо йәшеңә етеп, бер әхирәтең дә юҡ бит һинең, әсәй! Мине көтөп ултырғансы, шулар менән һөйләшер, саҡырышып сәй эсер инең. Ана, Илһам менән Зәбирҙең әсәләре кеүек: улар, бер ҡараһаң, концертта йә театрҙа бергә, икенсе юлы ҡунаҡҡа саҡырышалар. Ә һин мине ҡарауыллап тик ултыраң...”

 

Ҙурайып та киттеме ни шулай бала, ҡасан ғына әле бөтә хәбәрен һорамайынса ла теҙеп һөйләй ине, хәҙер минән ҡотолорға уйлай, тип улымдың һүҙҙәренә эстән генә үпкәләп ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта киҫә әйтелгән хәбәре күңелемде һәр саҡ һулҡылдатып торған хәтирәләрҙе яңыртты.

 

...Бар ине ул минең дә иң-иң яҡын әхирәтем. Иҫ белгәндән бергә булдыҡ, йә уларҙа, йә беҙҙә уйнаныҡ, арып бер урында йоҡлап та киткеләй инек. Мәктәптә бер парта артында ун йыл бергә ултырҙыҡ. Беҙҙе айырып ҡарай ине уҡытыусылар, тик иртәгәһенә йәнә бер партаға күсеп ултыра инек. Йөрөгәндә лә етәкләшеп йә ҡултыҡлашып ала торғайныҡ, беҙгә "тоташ һауыттар" тип исем дә таҡтылар инде бәләкәй саҡта. Үҫә төшкәс, туғандарыбыҙға ла һөйләмәгән серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ, ниндәй хәл килеп тыуһа ла, уны бүтәндәргә әйтмәҫкә анттар бирештек.

 

Мәктәптән һуң бер үк юғары уҡыу йортона уҡырға индек, унда ла беҙҙең дуҫлыҡ бүтәндәр көнләшерлек ине. Артыбыҙҙан егеттәр йүгергәндә лә айырылманыҡ, дүртәүләп йөрөгәнебеҙ хәтеремдә. Уҡып бөткәс, үҙебеҙҙең ауыл егеттәрен һайлап, бер үк ваҡытта кейәүгә сығып, гөрләтеп туйҙар үткәрҙек, күрше генә итеп өйҙәр һалдыҡ, ауыл тормошонда, концерттарҙа бергә ҡайнаныҡ. Хәҙер инде ғаиләләр менән дуҫ инек. Бер эште лә, бер ҡунаҡты ла улар беҙһеҙ, беҙ уларһыҙ үткәрмәгәнбеҙҙер.

 

Шулай күңелле генә йәшәп ятҡанда, әхирәтемдең ғаиләһенә ауыр ҡайғы килде: урманға ағас йығырға барғанда ирен ағас баҫып үлтерҙе. Дуҫымдың ҡайғыһы үҙебеҙҙеке кеүек булды, хәлдән килгәнсә ярҙам иттек, уны яңғыҙ бер сәғәткә лә ҡалдырманыҡ, бигерәк тә ирем ике өй араһында йүгереп йөрөп ике донъяны ҡараны. Ул мәлдә беҙҙең улыбыҙ, күршебеҙҙең ҡыҙҙары тыуғайны.

 

Тик һис уйламағанда беҙҙең дуҫлыҡты яҙмыш икенсе яҡтан килтереп һынаны... Бер көндө иремде мәңге дуҫ булырбыҙ тигән әхирәтемдең ҡосағында күрҙем. Күрҙем дә шаҡ ҡаттым, үҙ күҙҙәремә ышанмай, аңым менән ҡабул итә алмай торҙом. Башыма барып еткәс, ниндәйҙер көслө йылы тулҡын башыма бәргәндәй булды... Ҡалғаны төш кеүек кенә хәтеремдә ҡалған. Һушыма килгәндә, иремдең ағарынған йөҙө өҫтөмә эйелгән, мин күҙҙәрҙе асҡас, тубыҡланып ғәфү үтенә, яңылыштым, тип бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай ине... Иң яҡын кешеләремдең хыянаты иҫемә төшөп, эсем яңынан һыҙҙы, йөрәк һулҡылданы. Бер аҙҙан күңелде эс бошорғос бушлыҡ солғап алды, донъя төҫһөҙләнде.

 

Депрессиянан оҙаҡ сыҡтым. Күп уйланғандан һуң иремде ғәфү иттем мин, ә әхирәтемде – юҡ. Билдәле, беҙ ауылда ҡала алмай инек, бер айҙан йәһәтләп ҡалаға күсеп киттек. Шул ваҡыттан алып миндә кешеләргә ышанмаусанлыҡ барлыҡҡа килде, күңел һандығына ҙур йоҙаҡ эленде, яҡынайырға, эс-серҙәремде белешергә теләгәндәргә һаҡлыҡ менән ҡарай башланым. Ошоғаса береһенә лә асылманым, был серемде лә тәүгә түгеп ултырыуым. Донъялағы иң ышаныслы тип уйлап йөрөгән ике кешемдең хыянаты тураһында бер кеше лә белмәне, әллә ҡасанғы әхирәтем серҙәрҙе һаҡлауға тоғро булған, күрәһең.

 

Атаһы менән ғорурланып, уға оҡшарға тырышып үҫеп килгән улыма ошолар тураһында һөйләп, яратҡан кешеһенең абруйын төшөрәйемме ни? Ирем шул хәлдән аҙаҡ миңә тағы ла иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булып китте, ситкә йөрөгәне тойолманы. Мин дә ул ваҡиғаны уның иҫенә төшөргәнем, ғәйепләгәнем булманы. Ситтән ҡарағанда бик бәхетле ғаилә кеүек күренәбеҙҙер, моғайын. Әйҙә, улым да шулай уйлаһын, өлкәндәрҙең хатаһы тураһында ишетеп, күңеле ҡырылмаһын...

 

(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).

 

 

 
Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас: