Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Апрель , 13:14

Күңел асып йөрөүен күҙ йәштәре менән түләне

Көндәрҙең береһенд  Рауил һөмһөрө ҡойоған ҡиәфәтә ҡайөйтып керҙе. Аңлатып та тормайынса кейемдәрен йыйҙы ла: “”Мин башҡа ҡатынға китәм”, - тип сығып китте.

Күңел асып йөрөүен күҙ йәштәре менән түләне
Күңел асып йөрөүен күҙ йәштәре менән түләне

Рауилдың бер китеп, бер ҡайтып йөрөүенә күрше-фәлән дә өйрәнеп бөткән ине инде. Тик бына һуңғыһында Дилә уны кисермәне.

Сәбәбе лә хәтәр ине шул. Иренең тағы ул һөйәркәләр янында сыуалыны белеп алғас артыҡ борсолдо, белер-белмәҫ тынысландырыусы дарыу төймәлрен йотто, үлән сәйҙәре эсте. Рауилдың был ҡылыҡтарына ҡул ғына һелтәргә булған да бит. Юҡ шул, юҡ. Ауырлы ҡатын-ҡыҙ былай ҙа тынысһыҙ була тиҙәр, шуның өҫтөнә ғаилә мәшәҡәттәре лә өҫтәлгәс, ни эшләмәкә кәрәк.

Бер нисә көн эсем ауыртып тора, ҡыҫып-ҡыҫып ала тип йөрөгән Диләне ашығыс ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып киттеләр. Алты айлыҡ ауырын ҡатмарлы операция яһап ҡына алдылар. Сөнки бала үле килеш әсә ҡарынында бер аҙна самһы ятҡан булған.

Нисек көткәндәр ине бит улар ул баланы. Малай тыуасағын белгәс айырыуса ҡыуаныштылар. Бигерәк тә Рауилдың башы күккә тейҙе. Иптәштәре араһында маһайып та йөрөнө әле. Әммә бер рәхәттең мең михнәте тигәндәй, күпме күңел асып йөрөүҙәрен күҙ йәштәре менән түләне ир.

... Рауилға кейәүгә сыҡҡанда Дилә уның холҡон да, ҡыланыштарын да яҡшы белә ине. Бер ҡыҙҙан икенсеһенә һикереп йөрөгән егеттең өйләнешкәс баҫыласағына өмөтләнде. Барлыҡ етешһеҙлектәре менән өҙөлөп ярата ине шул ул Рауилды.

Тәүге йылдарҙа күптәрҙе көнләштереп йәшне улар. Ә бына беренсе балалары – ҡыҙҙары тыуғкс Рауил киҫке үҙгәрҙе. Бар мәсьәләгә еңел һәм тыныс ҡарай торған ир ҡыцҙып китеүсәнгә әйләнде, күп ваҡытын ғаиләнән ситтә уҙғарҙы. Диләгә нимә – өйөндә тыныслыҡ, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, ире алып ҡацтҡан аҡса ла етерлек, артыҡ борсолорға урын юҡ кеүек.

Көндәрҙең береһенд  Рауил һөмһөрө ҡойоған ҡиәфәтә ҡайөйтып керҙе. Аңлатып та тормайынса кейемдәрен йыйҙы ла: “”Мин башҡа ҡатынға китәм”, - тип сығып китте.

 

Диләнең нисек үрһәләнеп илауын күрмәй ҡалды ир. Әммә оҙаҡ та үтмәй, бер нисә айҙан кире әйләнеп ҡайтып та төштө. Бер ни булмағандай түргә уҙҙы. Ҡатынының һүҙһеҙ ҡалыуын күреп: “Ярай инде, матурым, кисер мине. Кемдә булмай ти ғәйеп. Ҡайттым бит”. – тип ҡатынының ҡосаҡлап үбә башланы.  Ни эшләһен инде, кисерҙе Дилә.

Йыл да уҙмаҫтан тағы сығып китте Рауил. Был юлы һөйәркәһе үҙе машина менән килеп алды. Диләнең танау төбөнән үҙ мыҫҡыллы итеп көлөп, шыжлатып китеп тә барҙылар.

Был ғәрлекте нисек күтәрергә белмәйенсә бәргеләнгән м иҙгелдә Диләнең ата-әсәһе янында булды. Ауыл халҡы күҙенн ситтә булайым тип ҡалаға күсенде ул. Атаһы тырышлығы менән ике бүлмәле фатирлы булды, таныштары ярҙамында ҙур ойошмаға баш хисапсы булып эшкә урынлашты.

Шуны ғына көтөп торғанда ир киҫәге тағы пәйҙә булды. Был юлы инде Диләнең алдына уҡ теҙләнеп ғәфү үтенде.

Был ҡатын-ҡыҙҙың йомшаҡылығын әйтеп-аңлатып бөтөрөрлөк түгел инде. Дилә был юлы ла ғәфү итте. Рауилды үҙ фатирына һыйындырҙы. Ата-әсәһенең өгөтләүҙәренә ҡаршы: “Ни тиһәгеҙ ҙә ул бит ҡыҙымдың атаһы”, - тип кенә яуапланы.

Рауил өсөн ожмахҡа ттиң көндәр башланды. Сменалы эшкә керҙе. Ике көнөн эшлһә, ике көнөн өйҙә ҡырын ятып уҙғарҙы. Хеҙмәт хаҡы аҙ булғанға ла борсолорға кәрәкмәй, сөнки Дилә аҡсалы ерҙә эшләй.

Ирҙең күңелен күрергә теләп, Лилә Рауилға ҡиммәтлше машина алып бирҙе, өҫ-башына ҡиммәтле кибеттәрҙә генә кейендерҙе. Шунан аҙҙы ла инде ир. Иҫке ғәҙәте буйынса ҡатын-ҡыҙҙар менән танышып сыуала башланы.

Ял иткән көндәрендә Рауилдың һөйәркәһе янына барып йөрөүен ҡатыны белмәне. Көн буйы тикшереп тороусы юҡ, ә кискә бер нимә булмағанда ҡайтып ята ине ул. Тик һуңғыһында ҡапты ир, һөйәркәһен өйгә алып ҡйтҡан мәлдә Дилә эштән ҡайтып инде.

Диләнең тынысһыҙ көндәре башланды. Инде хәҙер ике бала менән яңғыҙ ҡаласағын уйланы. Ни эшләргә лә белмәй аптырағандан илап уҙғарған көндәре йыш ҡабатланды. Ундай саҡта үҙен дарыу төймәләре менән тынысландыра алды ул. Шуның эҙемтәһе булды, күрәһең, әсә ҡарынындағы сабый яҡты донъяға ауаз һалырға өлгөрмәй ҡалды.

...Дауахананан сыҡҡан Дилә Рауилды үҙе ҡыуып ебәрҙе. Хыянаттан бигерәк бала юғалтыу хәсрәтен кисерә алманы ул.

Булған хәлдәрҙән һуң Рауил ауылдағы иҫке йорттарына ҡайтып урынлашты. Фатирһыҙ, машинаһыҙ, аҡсаһыҙ килеш һөйәркәләренә лә кәрәге ҡалманы уның.

Н.Хәмиҙуллина.

Автор:
Читайте нас: