Шоңҡар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
16 Апрель , 13:19

“Үҙ ҡыҙым ҡыуып сығарҙы”

– Һиңә нимә булды? Төҫөң киткән. Ауырыйһыңмы әллә? – тип ҡаршыланы ул мине.

“Үҙ ҡыҙым ҡыуып сығарҙы”
“Үҙ ҡыҙым ҡыуып сығарҙы”

Көндөҙ ҡала транспортында халыҡтың әҙерәк йөрөүенән файҙаланып, дауахананан яңыраҡ ҡына сыҡҡан дуҫ ҡатыным Рәсимә янына барып, хәлен белеп ҡайтырға уйланым. Автобусҡа инеп ултырғас та ҡаршы яҡ ултырғыста ултырған ҡатынға иғтибар иттем. Шаҡтай ҙур кәүҙәле, мул күкрәкле, ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы ҡатындың кеҫәһенән яртылаш эселгән һыра шешәһе тырпайып тора, күҙҙәре сәйер ялтырай... 

Салонда кеше юҡ тиерлек. Ике-өс туҡталышты һүҙһеҙ генә уҙғас, ҡатын һағыҙын ауыҙынан алып, тәҙрә рамына йәбештерҙе, бер аҙ ҡарлыҡҡаныраҡ, әммә көслө тауыш менән ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Тала, тала, тала, тала,
Тала ике беләгем,
Талмаҫ ине лә беләгем,
Яна минем йөрәгем….
Бер аҙҙан һалмыш ҡатын, йырлауҙан туҡтап, илауға күсте. Илап туйғас, элекке танышын осратҡан һымаҡ, йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, миңә күтәрелеп ҡараны. Уның хистәрен кем менән дә булһа бүлешеп, эс серен бушатҡыһы килеүе йөҙөнә сыҡҡан ине. “Мин Илүзә исемле”, – тине лә, яуап биреүемде лә көтмәҫтән, моңһоу тауыш мелән һөйләй башланы.
– Апай, минән дә бәхетһеҙерәк кеше бармы икән был донъяла? – тине ул, көрһөнөп. – Йәтимлектә үҫтем. Ирҙәремдән уңманым. Беренсеһе көнләшеп үҙәгемә төштө, туҡманы. Айырылдым. Икенсеһе үтә һаран ине, эйәртеп килгән ҡыҙымды күрә алманы. Һуңынан ризыҡ ҡыҙғанды. Унан да китергә мәҗбүр булдым. Өсөнсөһө – үзбәк ине, Хужабәк исемле төҙөүсе. Бер ҙә насар кеше түгел ине лә, ашҡаҙанына сыҡҡан яман шештән бик иртә китеп барҙы. Ул үлгәс, үзбәктәр мине уның фатирынан пыр туҙҙырып ҡыуып сығарҙылар. Хатта телевизор менән киң карауатыбыҙҙы, кер йыуыу машинаһын, һауыт-һабамды, ҡышҡы кейемдәремде лә алып сығырға өлгөрмәнем. Йоҙаҡты алыштырып ҡуйып, беҙҙе уртаҡ йортобоҙға индермәнеләр. Ирем беҙҙең ил кешеһе түгел ине шул, уның менән законлы рәүештә яҙылышып йәшәмәгәс, уртаҡ балабыҙ булмағас, үз хоҡуҡтарымды яҡлай алманым. Эшселәр дөйөм ятағында 13 квадрат метрлы бүлмәм бар ине. Ҡыҙым менән яңынан шунда әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булдыҡ. Ул саҡта мәктәптә (!) эшләй инем әле мин. Ҡыҫҡартыуға эләккәс, баҙарға һатыу итәргә сыҡтым. Ҡышҡы һалҡында ҡата-туңа көн оҙон урамда баҫып торғанда үпкәмә һыуыҡ теймәһен өсөн, башҡаларҙан күреп, аҙ-маҙ ғына араҡы йотҡолай башланым. Ҡайһы ваҡыт артыбыраҡ ебәргеләнем, ахыры. Иҫереп ҡайтыуҙарым йышайғас, инде буй еткән ҡыҙым менән арабыҙ боҙолдо. Уға үпкәләрлегем юҡ: иҫерек әсәне кем хөрмәт итһен? Былтыр мине айнытмаҡсы булып, мәжбүри табипҡа алып барҙы. Кодлаштырҙы. Эсмәгәс, йәшәүҙән бөтөнләй ҡыҙыҡ тапмай башланым. Һүлпәнәйҙем. Эшем артҡа тәгәрәне. Һатыуҙа етмәүселек килеп сыҡҡас, хужам ғәфү итмәне. Дүрт яғың ҡибла тип, эш урынымдан өрөп кенә осорҙо. Ҡайтып ҡыҙыма зарланған инем, хәлемә инмәне. Ҡайғымды йыуырға тип, иртән бына ошо һыра шешәһен күтәреп ҡайткан инем, берҙән бер ҡыҙым бүлмәбеҙҙән ҡыуып сығарҙы. “Шайтаныма олаҡ, иҫерек пәрей, бөтән күҙемә күренәһе булма! Бөгөндән һин миңә әсәй түгел!” – тип артымдан ҡысҡырып ҡалды.
– Эй Аллам, инде ҡайҙа барырһың икән, һеңлем? – тип һорауыма, Илүзә ирен сите менән йылмайып ҡына ҡуйҙы:
– Ҡайғырма, апай, илдә сыпсыҡ үлмәй. Ауылда баласаҡ дуҫым бар. Ҡатыны күптән вафат, бала-сағаһы юҡ, яңғыҙ йәшәй. Йортона нисек тә һыйҙырыр әле.
Автобустан төшкәс, үргә ҡаршы йәйәү атлағанда, Илүзә тураһында уйланып барҙым, йәнемә тыныслыҡ инмәне. Әрәм булған бисара. Яралы яҙмыш ҡоло. “Ҡыҙ сағында барыһы ла матур, ҡаян килә йәмһеҙ ҡатын?” тигән һүҙҙәр иҫемә төштө. Илүзә лә, баш ташлап эсә башлағансы былай уҡ шөҡәтһеҙ, нурһыҙ ҡатын булмағандыр. Ә тауышы ниндәй матур!
Йөрәк сиренән яңа терелеп килеүсе Рәсимәнең фатирына килеп ингәс, минең кәйефемде һиҙмәй ҡалманы ул.
– Һиңә нимә булды? Төҫөң киткән. Ауырыйһыңмы әллә? – тип ҡаршыланы ул мине.
Юлда ишеткән-күргәндәрем тураһында тәфсирләп һөйләп бирҙем. Берәүҙең дә һандығы буш түгел шул. Бөгөнгө көндә ҙур заводта технолог булып эшләүсе Рәсимә әхирәткәйем дә сикһеҙ борсоулы. Ҙур тетрәнеү кисереүе эҙемтәһеҙ ҡалмаған шул. Ярай, табиптар ярҙамы тейгән. Йәшләй яратып ҡауышҡан, утыҙ ике йыл бергә ғүмер кисергән ире, өс ҡыҙының атаһы, сәстәренә сал кергәс, Рәсимәне зар илатып, йәш ҡатынға сығып китте. Дуҫымдың фекеренсә, ғаиләнең тарҡалыуына, иренән бигерәк, ул үҙе ғәйепле.
– Иң ҙур хатам: ирем мине яратып өйләнде, шуға бер ҡасан да хыянат итмәйәсәк, балаларым менән мине ташлап, бер ҡай ҙа китмәйәсәк, тип һанһыҙланып, үҙ-үҙемде ҡарамауымда, уға тейешле йылылыҡты биреп бөтөрә алмауымда, – ти Рәсимә. – Үҙең беләһең, күп ваҡытым командировкаларҙа, юлда уҙҙы. Эш хаҡы яҡшы, ғаиләгә файҙаһы ҙур тип, эшемде юҡҡа алыштырмағанмын... Бөтөн көсөмде эшемә һәм балаларыма ғына биреп, дөрөҫ йәшәмәгәнемде хәҙер генә аңланым. Үҙ-үҙен хөрмәт итмәгән эш ҡолон, хеҙмәтсене кем яратһын һуң? Осрашып йөрөгәндә һәр ҡайһыбыҙ һөйгәненә матурыраҡ күренергә тырыша. Бергә йәшәй башлаған мәлдә, үҙ кәмселектәреңде эскәрәк йәшерәһең. Ә тормош арбаһын егелеп тартҡанда үҙ-үҙеңә иғтибар кәмей, иркәләнеү-наҙланыуҙар икенсе планға күсә шул. Ә ир-аттар сибәрҙәргә тартыла. Тәбиғәттәре шундай. Минеке лә үҙ ҡулы аҫтында эшләүсе, утыҙ йәшен яңы тултырған яңғыҙ сибәркәйгә ҡапланды…
Ғаилә тормошонда үҙ һүҙем һүҙ булһын тип, бер-береңә юл ҡуймаған, теләһә-нимә әйтеп ташлап, йәнде биҙҙергән саҡтар ҙа булғылап ҡуя. Эштән күңел кителеп ҡайтҡас, бөтөн асыуымды иремдән, балаларымдан алған ваҡыттарымды йәшермәйем. Әйтерһең, кәйефем төшкәнгә, эшем уңмағанға улар ғәйепле… Хаталаныуымды ауыҙ бешкәс кенә аңланым…
Ҙур зәңгәр күҙҙәренән бәреп сыҡҡан әсе йәштәре дуҫымдың яңаҡтары буйлап тәгәрәште. Ихластан ҡыҙғандым мин уны. Тынысландырырға өмөтләнеп, дөрөҫ һүҙҙәр табырға тырыштым:
– Борсолма әле шул тиклем. Тормошоң етеш, торорға йортоң, ашарға ризығың, йыуанырға эшең бар. Иң мөһиме – терелеп, аяғыңа баҫҡанһың. Йөрәгеңде һаҡла! Һин яңғыҙ түгел бит. Бер тигән ҡыҙҙарың, ейәндәреңде өҙөлөп тора үҙең өсөн. Кеше алдында абруйың ҙур. Эшеңдә хөрмәт итәләр. Тәлғәтеңдең дә башына тай типмәгәндер. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тиҙәр. Күрерһең, башын эйеп әйләнеп ҡайтасаҡ ул яныңа.
– Әхирәткәйем, иреңдең ҡаҙерен бел. Йылы һүҙҙәреңде, йөрәк наҙыңды ҡыҙғанма, бер үк! – тип оҙатып ҡалды мине Рәсимә.
Бер көн эсендә ғийбрәтле ике яҙмышың шаһиты булдым. Хаталарҙан беребеҙ ҙә азат түгел шул... Әҙәм балаһы – көслө зат ул, йығылһа ла, яңынан тороп баҫа, был ҡатындарҙың да күңел түрендә яңынан ҡояш йылмайыр әле...
 
Хәмиҙә Ғәрипова.
Автор:
Читайте нас: