Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
21 Июнь , 13:47

Уландарым-бурандарым

Һуңғы йылдарҙа Йүкәлелә булған һайын бер ғаиләнең аяныслы яҙмышы иҫкә төшә. Шул ваҡыт матур тәбиғәт тә нисектер ҡырыҫ, шомло кеүек булып күренә.

Уландарым-бурандарым
Уландарым-бурандарым

Һуңғы йылдарҙа Йүкәлелә миңә йыш булырға тура килде. Унда минең хеҙмәттәшем йәшәй. Шулай уҡ был яҡтарҙың маҡтап бөткөһөҙ матур тәбиғәте тарта. Ауылдың исеме лә есеменә тура килеп тора бит.

Ауылды Батыртау үҙ ҡуйынына алып, яҙ сәскәләргә биҙәп, йәй йәшеллеккә күмеп, көҙ алтын яулыҡ ябып иркәләй. Алыҫтарҙан борғаланып-борғаланып йүгергән Күксәй йылғаһы ла, Йүкәленең йәмен биҙәйем, тигән кеүек ауыл уртаһынан туп-тура ағып, ашҡынып, борғаланып үҙ юлын дауам итә. Яратам мин матур тәбиғәтле был урындарҙы. Шуға ла дуҫым саҡырған һайын бар эшемде ташлап, килергә тырышам.

Һуңғы йылдарҙа Йүкәлелә булған һайын бер ғаиләнең аяныслы яҙмышы иҫкә төшә. Шул ваҡыт матур тәбиғәт тә нисектер ҡырыҫ, шомло кеүек булып күренә.

Район үҙәгенән Йүкәлегә килеп ингән урында ауыл зыяраты бар. Ситтәрәк, күк ҡоймалы ҙур ҡәбер янында олпат кәүҙәле, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бер ағай йыш тап булыр ине. Йәйге ямғырҙарҙа ла, көҙгө һыуыҡтарҙа ла, ҡышҡы селләлә лә күрә торғайным мин уны. Бер килеүемдә хеҙмәттәшемдән ошо сәйер кеше тураһында һораша ҡуйҙым. Һәм бына ниндәй ваҡиғаны асып һалды ул миңә:

«Сәкинә менән Фәнил бер-береһен һөйөшөп өйләнеште, матур итеп донъя ҡорҙо. Оҙаҡламай бәхетле ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп, тәүге сабыйҙары донъяға килде. Фәнилен ҡыуандырып, Сәкинә бер-бер артлы ике малай тапты. Улдарына исемдәрҙе лә үҙҙәренекенә оҡшатып ҡуштылар. Фәррәх менән Фәтих теремек һәм аҡыллы булып үҫте, мәктәптә лә өлгөр, зирәк уҡыусыларҙан һаналдылар.

Фәнил – колхозда механизатор, ә Сәкинә һауынсы булып эшләне. Был татыу, бәхетле ғаиләгә берәүҙәр һоҡланып, икенселәр көнләшеп ҡарай ине. Ләкин Лоҡмановтарҙың бәхеттәрен кинәт ҡара ҡайғы солғап алды. Йәйен, ҡышын үҙен аямай эшләгән Сәкинәне ҡаты ауырыу йыҡты. Һөйөклө ҡатынын Фәнил ҡайҙарға ғына алып барманы, ниндәй генә дарыуҙар менән дауаламаны. Ләкин Сәкинә апай көндән-көн һулыны, хәле ауырлашты. Йәйҙең бер матур иртәһендә ул донъя ҡуйҙы. Ошо күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғынан һуң Фәнил тәүҙә бирешмәгәйне. Эшенә лә өлгөрҙө, донъяһын да ҡараны, балаларын да тәрбиәләне. Ләкин тора-бара яҙмыш үҙенекен эшләне – ул эскегә бирелде.

Бер кисте Фәнил ағай бик ныҡ эсеп ҡайта. Улдары, институттан ялға ҡайтҡан Фәррәх һәм унынсы класта уҡыған Фәтих, ҡыҙып-ҡыҙып шахмат уйнап ултырған була. Малайҙарға атаһының ошо хәлдә ҡайтып инеүе һис тә оҡшамай.

– Атай, ниңә шулай эсәһең? – тип Фәррәх ҡысҡыра башлай. – Оялмайһыңмы ни әҙерәк? Бар, ашап алда ял ит.

– Маңҡа, минең кеүек йәшкә етерһең дә, шунан аҡыл өйрәтерһең, – тип ҡыҙып китә атаһы.

Ағаһының һүҙенә Фәтих тә килеп ҡушыла. Ә Фәнил оторо ярһып китә.

– Ә-ә, һеҙ шулаймы? Атайығыҙға әйтәһегеҙме әле? Хәҙер мин һеҙҙе аҡылға ултыртам. Әйҙәгеҙ, өйҙән сығығыҙ әле.

Фәррәх менән Фәтих аталарының һүҙен тыңлап, кейенеп тә тормай, уға эйәреп тышҡа сыға. Иҫерек Фәнил үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә улдарын һарайға этеп-төртөп индерә лә, тыштан йоҙаҡ һала.

– Әҙерәк кенә өшөп алығыҙ әле. Атайығыҙҙың йылы ҡанаты аҫтында зерә шашып киттегеҙ.

Фәнил өйгә инә, башлаған араҡыһынан бер стакан ҡойоп эсә лә, телевизор тоҡандыра. Малайҙар бер аҙ аҡылға ултырһын әле, берәй ун минуттан сығып асырмын, тип диванға ауа. Араҡы үҙ этлеген эшләй. Фәнил бер аҙҙан хырылдап йоҡлап китә.

Ә тышта, гүйә, атаның был вәхшилегенә асыуланғандай, ғинуар бураны ҡотора: тәҙрә ҡапҡастарына шаҡый, ҡыйыҡты һелкетә, әсе итеп мөрйәләрҙән һыҙғыра. Ләкин Фәнил уянмай. Фәррәх менән Фәтих һөрәнләп тә, һарай ишеген шаҡып та арығас, бер-береһенә һыйынышып, йылынырға теләп, тын ҡалалар. Иртәнсәк Фәнил улдарын шулай ҡосаҡлашып ҡатҡан хәлдә таба.

Иртәгәһенә малайҙарҙы ерләнеләр. Фәнилде яуаплылыҡҡа тарттырып торманылар. Сөнки ул аҡылдан яҙған ине инде. Уның бар йөрөгән юлы өй менән зыярат араһы булды. Кешеләр иҫәнләшкәндә лә уларға иғтибар итмәй: «Балаларым – уландарым, уландарым – бурандарым», – тип ауыҙ эсенән мөңгөрләп үтеп китер булды...»

Бер нисә йыл үткәс, миңә тағы ла был ауылда булырға тура килде. Ләкин зыяратта теге кеше күренмәй ине. Хеҙмәттәшем менән һөйләшеп ултырғанда диуана бабай тураһында һораным. Ул Фәнил ағайҙың февралдең бер буранлы көнөндә улдарының ҡәбере янында туңып үлеүен һәм яҡындары янында ерләнеүен әйтте.

Йүкәленән ҡайтыр саҡта мин Лоҡмановтар ғаиләһенең зыяратына барҙым. Уртала – Фәррәх менән Фәтих, ике яҡ ситтә ата-әсәләренең ҡәберҙәре. Ошо аяныслы яҙмышлы ғаилә тураһында уйланып, йөрәгем семетеп ҡуйҙы.

Үлгәндәр теге донъяла осраша, тиҙәр. Сәкинә менән Фәнилдең дә улдарын осратып, ҡыуанышып, теге донъяла булһа ла бәхетле булыуҙарын теләр инем.

Мансур БАГАЕВ.

Автор:
Читайте нас: