Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
1 Июль , 15:35

"Йөрәгемдә бер кем дә белмәгән сер бар"

Бер нисә йыл үтте, мәктәпте тамамларға ваҡыт етте, ләкин атай менән әсәйҙең мөнәсәбәттәрендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш булманы, киреһенсә, улар араһындағы упҡын киңәйә генә бара ине.

"Йөрәгемдә бер кем дә белмәгән сер бар"
"Йөрәгемдә бер кем дә белмәгән сер бар"

Лилиә тигән ҡатын күңелендәге әрнеүҙәре менән бүлеште. Уға нидәй кәңәш бирер инегеҙ, дуҫтар? Тыңлап ҡарайыҡ.

“Йөрәкте өйкәп торған үкенесле хәтирәләр йылдар үтһә лә юйылмай икән, киреһенсә, әлеге тормошома шик-шөбһә күләгәһе төшөрә. Мин күптән тыуған йорттан сығып киттем, ирем, биш йәшлек ҡыҙым бар. Ғаиләбеҙ татыу, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бик яратып өйләнештек, тоғро булырға анттар бирҙек... Әммә мине хыянат темаһы барыбер ҡурҡыта, сөнки йөрәгемдә бер кем дә белмәгән сер бар.

Эш шунда – ҡасандыр хыянат туранан-тура беҙҙең ғаиләгә, атайым менән әсәйемә ҡағылғайны. Мин республиканың бер ҡалаһында  үҫтем. Ул осорҙа мин мәктәп уҡыусыһы булһам, яҡындарым 18 йыл самаһы уртаҡ ғүмер кисерә ине инде. Хәтерләүемсә, атай менән әсәй һәр саҡ һүҙгә килешә, әрләшә торғайны. Юҡ-барға ла бәхәсләшеп китәләр, ә мин уларҙы ишетмәҫ өсөн йә ҡолаҡсын менән музыка тыңлайым, йә урамға сығып китәм. Әммә улай ғына өйҙәге шау-шыуҙан ҡотолоп буламы һуң? Кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә ишетеп үҫтем. Бер мәл ярһыған атайым әсәйемә: “Сығып китәм! Арыным! Ҡалған ғүмеремде яратҡан кешем янында үткәрәсәкмен! Шул тиклем туйҙырҙың мине!”, –  тип әйтеп һалды. Әсәйем кемгә икәнлеген һорап ҡараһа ла, атай өндәшмәне.

 Аҙаҡ иһә, әсәй менән һөйләшкәс, уның күптән күңелендә шик булыуы, атайымдың хыянатын тойоуы тураһында төшөндөм. Шул саҡ “ҡылт” итеп мәктәптәге ваҡиғалар иҫкә төштө.

Алтынсы кластар тирәһендә уҡығанда, ҙур ғына компанияла водитель булып эшләгән атай эшһеҙ ҡалды, өйҙә аҡса етмәгәнлеге шунда уҡ һиҙелде. Тиҙҙән ул танышы аша мин уҡыған мәктәпкә ваҡытлыса һаҡсы булып эшкә урынлашты. Бер ни тиклем ваҡыт эшләгәндән һуң, уға  һөнәре буйынса вакансия тәҡдим иттеләр һәм атай мәктәптән китте. Нимәһе бар, тиерһегеҙ. Был хәл онотолоп та бөткәйне тиерлек, мәгәр өлкәнерәк кластарҙа уҡығанда, аң-тоңдо төшөнә башлағас, йәштәштәр менән аралашҡанда ҡолағыма шундай хәбәр төштө: баҡһаң, атайымды йыш ҡына мәктәп китапханасыһы менән бергә күргәндәр икән. Мин иһә был хәбәрҙәргә ул саҡта артыҡ иғтибар бирмәнем, шул килеш үтеп китте.

Бер нисә йыл үтте, мәктәпте тамамларға ваҡыт етте, ләкин атай менән әсәйҙең мөнәсәбәттәрендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш булманы, киреһенсә, улар араһындағы упҡын киңәйә генә бара ине. Йыш ҡына атай эштән һуң өйгә ҡайтмай, ҡайһы берҙә таңға табан ғына иҫереп килеп инә торғайны. Әсәй иһә үтә борсола, уны эҙләй, йоҡоһон юғалта. Ул булмағанда,  дауаханаға, милиция бүлексәләренә, хатта мәйетханаға ла шылтыратып бөтә. Миңә, үҫмергә, әсәйемдең өҙгөләнеүен күреү бик ҡыйын ине.  Уны шул тиклем йәлләй торғайным, әммә бала нимә менән ярҙам итә алһын? Атай менән һөйләшеүҙән бер файҙа ла юҡ ине, барыһы ла ҡабатлана торҙо. Әйтеүемсә, һөҙөмтәлә, атайым сираттағы талаш-тартыштан һуң, беҙҙе ташлап, бөтөнләйгә “һөйөклөһө” янына сығып китте.  Тағы ла ҡыйыныраҡ көндәр тыуҙы: әсәйем “Кем ул? Йәшме? Ҡайҙан килеп сыҡҡан? Мөнәсәбәттәре ҡасан башланған?”,  –  кеүек һорауҙар менән баш ватты, кәйефе юғалды, һаулығы ҡаҡшаны.  

Тап шул саҡта мин төшөнгәндәй булдым: атайым, моғайын, теге мәктәптәге китапханасы ҡатынға  сығып киткән! Шулай булып сыҡты ла: баҡһаң, улар алты йыл дауамында осрашып йөрөгәндәр, алты йыл буйы атайым ике ғаиләгә йәшәгән. Әйткәндәй, ул бик үк йәш тә булып сыҡманы –  әсәйемдән биш йәшкә өлкәнерәк икән...

 Был хәлдәр асыҡланған осорҙа бик-бик ҡыйын булды, тормоштоң аҫты өҫкә әйләнгәндәй булды. Әсәйемдең хәлен аңлатып тормайым.  Ә беләһегеҙме иң ытырғанысы нимәлә? Һуң бит был китапханасы ҡатын мин уҡыған йылдарҙа һәр саҡ матур итеп иҫәнләшә, йылмая,  итәғәтле ҡылана торғайны. Ул ғына түгел – ниндәйҙер китаптар, әсбаптар етмәһә, атайым шул “танышы” аша беҙгә уларҙы табып бирә ине! Әсәйем иһә, етмәһә: ”Кеше ярҙам иткәс, рәхмәт йөҙөнән ҡаплы кәнфит алып бар”,  –  тип өйрәткән була. Ә ысынында барыһы ла ялған булған!

Тағы ла шул иҫкә төштө: бер йыл атайыбыҙ эш буйынса тип йыраҡ юлға, оҙайлы командировкаға китте. Баҡһаң, унда ла китапхансы ҡатынды алып барған, бергә ял итеп ҡайтҡандар икән. Уҡытыусылар ҙа был роман хаҡында белгән... Мәгәр беҙгә генә әйтеүсе булмаған.

Барыһы ла асыҡланғас, әсәйем мәктәпкә барып янъял ҡуптарҙы, ошо хәлде белеп-күреп торған китапхансыға ла, директорға ла эләкте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә барыбер тарҡалды. Айырылышыу процесы оҙаҡ барҙы, күпме нервы, көс китте, әсәй бигерәк тә йонсоно. Башта мин атай менән аралашыуҙы бөтөнләй туҡтатһам, аҙаҡ, йылдар үтә килә мөнәсәбәттәр яйланды, шулай ҙа...

Хыянат темаһы мине ныҡ ҡурҡыта, баҡһаң, яҡын кешеләреңдең тормошон селпәрәмә килтереү өсөн күп тә кәрәкмәй икән. Ҡайһы саҡта иремә ҡарайым да, әгәр ул да атайым һымаҡ ҡыланһа, нимә эшләр инем икән, тип уйлап ҡуям һәм ҡотом оса. Үҙемдәге көнләшеү тойғоһо меннә көрәшергә тырышам, әммә ирем аҙ ғына эштән һуңлаһа ла борсола башлайым, башҡа әллә ниндәй уйҙар килә.

Әйткәндәй, әсәйемдең хәлдәре  күптән яйланды, ул эшен алмаштырҙы, яратҡан шөғөлө бар. Иң мөһиме – һау-сәләмәт, күңеле тыныс. Шулай ҙа күңелдәге яраларҙы юйып булмайҙыр ул...”.  

 

Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас: