Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
3 Сентябрь , 13:24

Бала саҡ хәтирәләре менән генә йәшәргә ярамай...

Ул ваҡытта миңә икенсе егет оҡшай ине, шуға Ғәлимгә ныҡ иғтибар итмәнем. Үҙе лә миңә үҙемдең оҡшауым хаҡында өндәшмәне.

Бала саҡ хәтирәләре менән генә йәшәргә ярамай...
Бала саҡ хәтирәләре менән генә йәшәргә ярамай...
Сәлимә бала сағын хәтергә төшөргәндә, ғәҙәттә, уның күҙ алдына ҡара, бөҙрә сәсле, баҫалҡы Ғәлим килеп баҫыусан. Улар бер-береһенә күрше генә йортта йәшәне, шуға ихатала ла был икәү бергә уйнар ине. Өлкәндәр хатта ҡыҙ менән малайға ҡарап: “Кейәү менән кәләш. Ишәй менән Ҡушай”, - тип ирештереп-шаяртып өндәшергә ғәҙәтләнгәйе. Уларҙың был ҡылығына оялып ҡараған ҡыҙ һәм унан өс йәшкә ҙурыраҡ малай ғына бер нимә лә өндәшмәне. Шулай итеп, йылдар артынан йылдар үтте...
 
“Бер мәл әхирәтем менән икебеҙгә егеттәр бәйләнә башланы. Улар, өлкән апайымдың танышы икәнлеген белдереп, туғанымдың үҙҙәренең береһенә аҡса бирергә тейешлеге хаҡында әйтеп, ҡурҡытты. Шулай итеп, беҙ йән-фарман йүгерҙек, ҡастыҡ. Ә ҡаршыбыҙға Ғәлим дуҫтары менән килә ине. Улар беҙҙе яҡланы”, - тип һөйләй хәҙер Сәлимә.
 
Ҡыҙ ҡайтып, ошо хәл тураһында әсәһенә әйткәс, ҡәҙерле кешеһе ныҡ ҡыуанған һәм был хаҡта егеттең ата-әсәһенә хәбәр иткән. Ошо ваҡиғанан һуң Ғәлим Сәлимәләргә ара-тирә инеп сығырға ғәҙәтләнгән. “Ул ваҡытта миңә икенсе егет оҡшай ине, шуға Ғәлимгә ныҡ иғтибар итмәнем. Үҙе лә миңә үҙемдең оҡшауым хаҡында өндәшмәне, - ти Сәлимә. – Моғайын, беҙ бары яҡшы дуҫтар булғанбыҙҙыр... Бер ваҡыт кис Ғәлим егеттәре һәм бер ҡыҙ менән урамда торғанда: “Сәләм, бәләкәс! Хәлдәр нисек? Ҡайҙа барырға йыйындың?” – тип миңә өндәшкәс: “Был һинең эшең түгел”, - тип ҡаты ғына әйттем дә китеп барҙым. “Бәләкәс” тигән һүҙенә үпкәләгәйнем. Аҙаҡ ул был ҡылығы өсөн ғәфү үтенде, әлбиттә. Ғәлим үҙен эргәһендәге ҡыҙ алдына күрһәтер өсөн ҡырт ҡына һөйләшкәндер, моғайын. Өҫтәүенә, күп тә үтмәй, ул ғаиләһе менән икенсе ҡалаға йәшәргә күсте”.
 
Хәҙер Сәлимәнең үҙ ғаиләһе бар, бына тигән ҡыҙҙары ла үҫеп килә. “Яңыраҡ Ғәлим миңә социаль селтәрҙә үҙенең әле һаман берҙән-берен таба алмауы, төҫ-башы, холҡо менән миңә оҡшағанды эҙләүе, үҙемдең ғаилә хәлем хаҡында яҡшы хәбәрҙар булыуы хаҡында яҙҙы. Тағы беҙҙең ағай менән һеңле кеүек дуҫ булыуыбыҙ сәбәпле, үҙенең мине оҡшатыуы хаҡында әйтмәүе тураһында хәбәр иткән. Мин һин әйткәнсә идеал түгелмен, онот мине, бала саҡ хәтирәләре менән генә йәшәргә ярамай тип, үҙенә әйтеп тә ҡарайым. Хәҙер миңә Ғәлим шул тиклем йәл. Нисек тә булһа уға ярҙам иткем килә.Үҙе иһә мыҡты кәүҙәле, матур, бына тигән эше, торлағы бар...”
Автор:
Читайте нас: