Улымды яңғыҙ тәрбиәләйем. Атаһы минең ауырлы икәнлегемде белгәс тә ҡасты. Аборт эшләтеү тураһында уй ҙа инмәне башыма. Әлбиттә, ата-әсәйем бик көйҙө, уларҙы бар донъяға оятҡа ҡалдырыуымда ла ғәйепләне. Әммә мин һүҙемдә ныҡ торҙом, баламды таптым. Ауырға төшһә лә, улым менән баштан икәүләп йәшәнек. Балама 4 йәш булғанда артымдан бер егет йөрөй башланы. Мин кейәүгә сығырға уйламауымды белдерһәм дә, ҡуйманы. Арабыҙҙа бер ни булманы. Ул килә, улым менән уйнай ҙа ҡайтып китә. Баламдың ир кешегә нығыраҡ асылыуын күреп, бәлки, ризалашырғалыр, тип уйлап ҡуя инем. Әммә бер көн йортома ярһып уның әсәһе килеп инде. “Яҡшы егетте күреп ҡалһалар, балаһын уның елкәһенә ултыртырға тырыша башлайҙар! Улымды тыныслыҡта ҡалдырмаһаң, эшеңә барам!”-тип, тағы ла әллә күпме әшәке һүҙҙәр әйтеп сығып китте.
Ул егет башҡа күренмәне. Бер йылдан әсәһе үҙе килеп еткән. Улын минән айырып кемгәлер өйләндергән икән. Әммә егет төҙөлөштә ҡазаланғас, уныһы ташлап киткән. Хәҙер улы инвалид икән. “Һиңә – балалы ҡатынға, инвалид булһа ла ярай инде. Өйләнешһәгеҙ – мин ҡаршы түгел”,-тине.
Ҡартайып барған әсәнең балаһын урынлаштырырға тырышып йөрөүен аңлағанға ғына, ҡаты һүҙҙәр әйтмәнем.
Ҡ