Бер үсексән килен 15-16 йыл кейәүҙә торһа ла, һаман алама холҡон ташламаған. Гел тыуған өйөнә ҡайта ла китә, ҡайта ла китә икән. Тәүҙәрәк хатта имсәк сабыйын да ҡалдырырға йәлләмәй. Уныһын барыбер күтәреп киләләр тип ышана инде. Икенсе юлы баланы ауылдағы бер ҡатын имеҙеп тора.
Балалары үҫеп килә, мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур йорт һалып инәләр, әммә ошо хәл тормоштарын ағыулай. Ире ҡатынын көтә-көтә лә, аҙна-ун көн үткәс, барып ала икән. Инде балалары ла "ҡуй, атай, барма, үҙе ҡайтһын", ти башлаған. Ғаилә башлығы юғары ғына вазифа ла биләй, кешеләрҙән ояла, ғәрләнә.
Ахыры, бер көн түҙемлеге бөтә һәм кәләшенең сираттағы тапҡыр сығып киткәнендә ауылдағы үҙенән байтаҡҡа йәшерәк бер балалы ҡатынды өйөнә ала ла ҡайта. Ул юл фажиғәһендә зәғифләнеп ҡала, ә ире ташлап китә. Аҡһап йөрөһә лә, хужалыҡ эштәренә оҫта, тәмле итеп бешеренә лә.
Иренең яңынан никахлашҡанын ишетеп, законлы ҡатыны килеп етә лә бит, һуң була. Илаулап, ялбарып та ҡарай, тик хәләле ныҡ тора. Яңы кәләшен бороп ҡайтармай.
"Һине берәү ҙә бынан ҡыуманы, үҙ теләгең менән сығып киттең. Хәҙер тормошобоҙҙо боҙоп йөрөмә, яңынан кейәүгә сыға алаһың. Кәләшемде балалар менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, бергә барып һоратып, никахлап алдым. Ошонда йәшәйәсәк", – ти тәүге ҡатынына.
Үсексән килен дә ҡабат әсәләренә ҡайтмай, иренең йәш ҡатынының өйөнә күсеп сыға. Ире финанс яғынан ярҙам итеп тора, балалар әсәләренә барып йөрөй, ләкин төп йортта аталары менән йәшәйҙәр.
Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған йәш ҡатыны ирҙе ҡәҙерләп кенә тора, татыу йәшәйҙәр. Бына шулай насар холоҡ ғаиләнең тарҡалыуына килтерә.