Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк сере
7 Октябрь , 15:57

Күктән төшкән бәхет

Ирҙең өҫтөнә һалҡын һыу һиптеләрме ни, ҡапыл ғына "күшеккән әтәс"кә әйләнде! Ҡайҙалыр ситтә төнәү уның өсөн ситлектәге ҡошҡа тиң. Берәй танышының ҡайҙа йәшәүен белһәсе, исмаһам. Уға тын алыуы ауырлашты, тышҡа сығып, инде ни хәл ҡылырға, тип араталы эскәмйәгә барып ултырмаҡсы иткәйне, сүп өйөмөнә, бысраҡҡа йөҙөн һытып, һөйәнгесенә ҡунды. "Эскәмйәне лә эшләй белмәйҙәр бит хәстрүштәр, тишек-тошоҡҡа ултырып буламы ни? Ана, минекен күрһендәр", – тине эсенән генә.

Күктән төшкән бәхет
Күктән төшкән бәхет

Байыҡ күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп үҫтергән сейә, алмағас, ҡарағат, му­йыл­ға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарап торҙо. һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул, шундай дан баҡса тағы кемдә бар?! Ғәжәп бит, бер төп ҡарағат күнәк ярым емеш бирһенсе! Ғәҙәттә, хужа баҡса ишеген асып инеү менән, яңғыҙы ҡалғанда, тәрән хәтирәләргә бирелеүсән. Яҙ туғайға сығып көрәк, һәнәк, тырма һаптары алып ҡайтҡайны. Муйылдан һап­лаған көрәген уңайлы итеп ҡулына тотто ла, ағастарҙың төбөн йомшарта башланы. Көрәкте бик төпкә батырмайынса ғына яр­ғыс­ланған тупраҡты алды, әйләндереп кире һалды. Ҡороған-һынған ботаҡтар күҙенә салынды. Бөгөндән дә ҡалмай ҡырҡырға кәрәк, тигән фекергә килде. Ана, ағастың береһе – әрһеҙе, күршеһенең иңенә ятып үҫкән, әйтерһең дә, уға урын тар. Сатай ботаҡты юҡ иткәндә генә тотош алмағасты ҡотҡарырға мөмкин. Кәртәнең арғы яғында ләүкелдәргә тотонған Алабай иғтибарҙы йәлеп итте. Хужаһын һағыналыр, шыңшый, тауышында кемделер юҡһыныу тойғоһо ярылып ята. Бигерәк иртә китте шул, ҡуй инде был донъяны. Шәп кеше ине күршеһе. Сәйер осраҡты иҫләмәгәндә былай хөрт йәшәмәнеләр...
Ике күршенең тәмһеҙләшеүенә Сабиттың һәр саҡ текә баҫып йөрөүсе баш бирмәҫ кәзә тәкәһе сәбәпсе. Ғөмүмән, был яҡтарҙа малды кәртәнән сығармау тәртибе ҡаты үтәлә. Иртәнсәк көтөүгә ҡыуаһың, кис ҡаршы сығып алып, ҡураға бикләйһең. Кем әйтмешләй, иркендә, "хан йәйләүендә йөрөү" – һирәк тәтей торған рәхәтлек хайуан­дарға. Әгәр ҙә инде "тәртәнән сыҡтымы", ниндәй ҙә бәхетһеҙлекте көт. Күрәһең, ҡапҡа асыҡ ҡалғандыр, ләкин был мөһим түгел, һөңгө мөгөҙ сығып киткән дә Байыҡтың баҡсаһына инеп, ағастарҙы кимергән. Быны шәйләп ҡалған ир уҙаманы оҙаҡ баш ватмаған, асыуынан нигеҙ төбөндә ирәйеп көйшәп ятҡан малҡайға күҫәк менән һелтәнгәндә яңылыш тегенең артҡы ботон һындыра һуҡҡан. Сабитҡа сатан тәкәһен һуйыуҙан башҡа сара ҡалмаған...
Тормошоноң һикәлтәле яҡтарын хәтерләгән Байыҡ кеҫәһенән һарыҡ-кәзәләренә алған икмәк һынығын сығарып, эткә ырғытты. Маъмай еҫкәмәне лә хатта, һыртын ҡуйып, ояһы тәңгәленә барып ятты.
Хөрт тиеү ҙә дөрөҫ түгел инде. Ул бер тапҡыр дуҫлыҡ күперен һалырға уҡталғайны ла, килеп сыҡманы. Ә һуңынан... Ҡалын йомғаҡ алыҫ тәгәрәне...
Район үҙәген иҫәпкә алмағанда, Байыҡ быға тиклем үҙе генә һис ҡасан да ситкә сығып йөрөмәне. Был яҡтың теле менән әйткәндә, "өй тауығы" ул. Ауыл көтөүен ялланып көтә, бөтә ғүмере иркен көтөүлек менән үҙенең хужалығында һәм баҡсаһында уҙа. Хатта магазинға йөрөүҙе лә кәләше үҙ иңенә алған.
Бына ошо ир йоратының Имәнғолдан бик алыҫта ятҡан Һарыҡташ ҡасабаһына барыуы сараһыҙҙың көнөнән килеп сыҡты.
Һөт айыртҡыстарының юҡлығына төрттөрөп, бисәһе тәтелдәк Тутыя көн дә уның ҡолаҡ итен ашаны.
– Нескә ҡулдарымды талдырып, мөлдөрәмә тулы ике күнәк һөт менән ауылдың арғы осона – Мәстүрәләргә йөрөп арыным, бү­тәнсә ике аяғымдың береһен дә атлайһым юҡ. Йә һәүкәштәрҙе ҡыҫҡартабыҙ, йә мине сепараторлы итәһең, – тип хужабикә мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы, дүртенсе һыйырҙары быҙаулағас. Шундай ҡаты әйтте, әйтерһең дә, эргәлә генә йәшен йәшнәне.
– һуң, нишләйем... – тип аҡланырға иткәйне Байыҡ, күҙен дә астырманы бисәһе.
– һыйыр тулаһа, аттан да яман, тиҙәр. Ҡатын, алдына алғас, өҙмәне лә ҡуйманы. Ысынлап та, берәүгә ҡалһаҡ, береһенән- береһе бәләкәй балалар аҡһыҙ нисек түҙер тип, өндәшмәҫ, өҫтәүенә мал йәнле, хәстәрлекле атай иҙәндә аунап уйнаған ул-ҡыҙҙарына моңһоу ҡарашын төбәне.
Һарыҡташта һөнәрселек училищеһында уҡыған ҡәйнешенән хужалыҡ кәрәк-яраҡтары магазинын һорашты ла тәүәккәлләне еҙнәй кеше.
Ауыл балаһы өсөн йомошоңдо бөтөрә һалып, көнөндә үк ҡайтыуҙан да отошлоһо юҡ. "Өй тауығы" йәһәт кенә автобустан һикереп төштө лә магазинға йүгерҙе, уныһы, ысынлап та, Фәтих аңлатыуынса, туҡталыштан алыҫ түгел икән. Унан инде серле ҡумтаны, бисәһенең һөйөнөсөн, ҡулына эләктерҙе лә, алдына-артына ла ҡарамайынса кире автостанцияға "осто". Бәләкәс кенә, етмәһә, рәшәткәле тәҙрә янына килеп, ипле генә итеп билет һораны. Ситтән ҡарағанда, ул өҫтәлдәге кәнфитте күреп тә, ҡулын һонорға оялып торған мәүеш малайға оҡшап ҡуя. Бигерәк баҙнатһыҙ шул. Ә эстәге сибәркәй күҙен дә йоммай: "Белмәйһегеҙме ни, Имәнғолға автобус көн аша йөрөүгә күсте, иртәгә була, шәмбегә кәрәкме?" – тимәһенме! Ирҙең өҫтөнә һалҡын һыу һиптеләрме ни, ҡапыл ғына "күшеккән әтәс"кә әйләнде! Ҡайҙалыр ситтә төнәү уның өсөн ситлектәге ҡошҡа тиң. Берәй танышының ҡайҙа йәшәүен белһәсе, исмаһам. Уға тын алыуы ауырлашты, тышҡа сығып, инде ни хәл ҡылырға, тип араталы эскәмйәгә барып ултырмаҡсы иткәйне, сүп өйөмөнә, бысраҡҡа йөҙөн һытып, һөйәнгесенә ҡунды. "Эскәмйәне лә эшләй белмәйҙәр бит хәстрүштәр, тишек-тошоҡҡа ултырып буламы ни? Ана, минекен күрһендәр", – тине эсенән генә. Уңайһыҙ, тиеп тороп баҫты. Өндәшмәҫ әҙәмдең тиҙерәк өйөнә ҡайт­ҡыһы, йомошо бармы-юҡмы, баҡсаһына һәм һарайына инеп сыҡҡыһы, ишек алдында урал­ғыһы килде. Әрләшергә яратһа ла кәләшен һәм балаларын үлеп һағынды, ауылдаштары ла күҙ алдынан уҙҙы. Эсендә бүреләр олой башлауын тойҙо, берәй нәмә ҡапҡылап булмаҫмы тип, аҙыҡ-түлек магазины тирәләй уралды, әммә инергә батырсылығы етмәне. Ҡупшы йорттарҙы күреү үткенсенең һағышын икеләтә көсәйтте. Эргәһендә генә бесәй­ҙәрҙең пыр туҙып талашыуы шик-шөбһәне арттырҙы ғына. “Уларға нәмә етмәй­ҙер, татыу ғына йәшәһәләр булмаймы?” – тип һығымта яһаны үҙенсә...
Баҡсасы көрәген бағанаға һөйәгәс, ҡул бысҡыһын алды ла ҡороған алмағастың ботағын ышҡыштырғылағайны, артыҡ ырата алманы. “Һай, әттәгенәһе!” Көйһөҙ саҡта ошо һүҙҙәрҙе телгә алыусан. Йортоноң нигеҙенә терәлеп өсмөйөшлө үткерләгес менән бысҡы тештәрен таҙартыуға күсте. “Эй, ғүмерҙең уҙғаны, аҡҡан һыуҙай бит”, – тип төпһөҙ уйҙар солғанышында ҡалды һаман да ул...
Эңер төштө, етмәһә һиллек. "Кискә ҡалма, еҙнә, ҡасаба бандиттары атай-әсәйеңдең кем икәнен һорап тормаҫ, әпәй шүрлегенә менеп төшөү улар өсөн бер ни тормай", – тигәйне ҡәйнеше. Юлаусы эскә инмәксе булды.
– Байыҡ... – Уға өндәшәләр түгелме?! Бәй, кемдер беләгенә төрттө, шикелле. “Юҡтыр, таларға маташаларҙыр бурҙар”. Ошондай уй мейеһенән йәшен тиҙлегендәй тишеп үтте. Ир ишетмәмешкә һалышып, алға атламаҡсы итте, ләкин аяҡтары бойороҡто үтәмәне.
– Байыҡ, тим, һине бында ҡайһы елдәр ташланы?
"Тауышы таныш. Кем?" Ул ҡурҡа-ҡурҡа ғъна башын артҡа борҙо. Ҡан дошманы уҡ булмаһа ла, йөҙ йыртышып йөрөгән Сабит та баһа! Әллә күҙенә күренәме? Бәй, бына һиңә мөғжизә! Ысынлап та, ул да инде.
– Сабит күршем...
Көтмәгәндә күктән төшкән күршеһе, әйтер­һең дә, үҙе менән ҡояш йөрөтә. Тирә-яҡ кинәт яҡтырып киткәндәй тойолдо. Бынағайыш, күңеле күтәрелеп китте, ауыҙы йырылды кикереге шиңгән “әтәс”тең. Үҙе лә һиҙмәҫтән уға табан атланы.
Сабиттың да моңһоу йөҙөндә яҡтылыҡ сағылышын шәйләү ауыр түгел. Хатта, күрешергә теләп, ҡулдарын да һуҙҙы. Эргәләрендә сит кеше баҫып торһа, биллаһи, оҙаҡ осрашмаған яҡын туғандар бер-береһен табышҡан, тиәсәк. Ҡапылдан ҡулға төшкән бәхетле осраҡҡа тиклем автостанция Байыҡ өсөн дә, Сабит өсөн дә берҙән-бер терәк-таяу булһа, әле икеһенең дә күҙҙәре бер-береһенә ҙур өмөттәр менән ҡарай ине...

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Автор:
Читайте нас: