“Миңә 67 йәш. Япа-яңғыҙмын. Дөрөҫөрәге бер улым бар, тик ул минән ныҡ алыҫта, сит илдә төпләнде. Уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Был хатты яңғыҙлыҡтан ни эшләргә белмәгәнлектән яҙам. “И-и-их...” тип уйланған саҡтарым да да етерлек. Барыһын да баштан һөйләйем әле.
Тормош иптәшем менән студент саҡта танышып, һуңғы курста өйләнештек. Ул бик әүҙем егет ине, студенттар профсоюзында лидер булып йөрөнө. Эшкә йүнәлтмә алыу мәле еткәс, атай-әсәй олоғайҙы, яҡыныраҡ булайыҡ тип, комиссия менән һөйләшеп, икебеҙгә лә үҙҙәренең район үҙәгенә йүнәлтмә алды. Ә асылда Өфөлә лә ҡала ала инек, теләһә, уны ҡалдырырҙар ине.
Ҡайтып төштөк район үҙәгенә. Минең өсөн бөтөнләй ят төбәк. Бер кемде белмәйем. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Ул саҡта әлеге кеүек оҙон-оҙаҡ декрет ялында ултырып булмай ине, етмәһә, урыныңа кеше алмайбыҙ, тигәстәр эшкә сыҡтым. Баланы күрше ауылдағы ҡәйнәм менән ҡайным ҡарашты, унан инде балалар баҡсаһына бирҙек. Район үҙәгендәге мәктәптә уҡытыу ике сменала ине. Дәрестәребеҙ икенсе сменала күберәк булһа, бигерәк һуңлап ҡайтабыҙ. Йә кискелеккә төрлө саралар, йыйылыштар ҡуялар. Ҡатнашмай хәл юҡ, партия заманы.
Шундай ваҡыттарҙа күршелә йәшәгән Дилә исемле ҡыҙҙан балалар баҡсаһынан улыбыҙҙы алыуын һорай инек. Алсаҡ, үткер ҡыҙ бер һүҙһеҙ ризалаша. Беҙ ҡайтҡансы бала менән өйҙә ултырып тора. Дилә беҙҙән ике-өс йәшкә генә кесе булғандыр, урындағы ПТУ-ны тамамлап, парикмахер булып эшләп йөрөй ине.
Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда, Дилә менән иремдең бер-береһенә эҫенеүен тойғандай булдым. Беҙ эштән ҡайтҡас, бергәләп ултырып сәй эсәбеҙ. Дилә Мораттың ҡыҙыҡтарын һөйләй, үҙенең эшендәге, район үҙәгендәге хәл-әхүәлдәрҙе теҙә. Шунан ирем тегене оҙата сыға. Башта артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бер мәл ҡараңғы төпкө бүлмәгә үтеп, нишләп һаман инмәй икән тип, тәҙрә пәрҙәһен асып ҡараһам, ҡапҡа алдында үбешеп торалар. Ай яҡтыһында ап-асыҡ күрҙем.
Ингәс, аңлашып ҡараным, әммә танмай, “күҙеңә күренгәндер” тип, мине ғәйепләп маташты. Шулай ҙа күңелгә шик төштө.
Шулай ҙа беҙ ҡапсыҡта ятамы һуң инде, бер көн килеп барыһы ла билдәле булды. Күңелем ҡалып, рәнйеп, баламды алып, үҙемдең тыуған яҡтарыма, атай-әсәйем янына ҡайтып киттем.
Эшкә сыҡтым. Улым яйлап үҫте. Әсәйем, йәш саҡта, матур саҡта яңынан тормошоңдо ҡор тиһә лә, ир-егеттәргә ышанысым ныҡ бөткәйне. Күңелдәге ярам ныҡ тәрән ине. Шулай ҙа улым 7-се класта уҡығанда бер кеше менән яҙмышымды бәйләп ҡараным, әммә килеп сыҡманы, ныҡ көнләште, ҡул күтәрҙе.
Улым үҫеп, белем алып, ҙур кеше булып китте. Атай-әсәй баҡыйлыҡҡа күсте. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙан кешеләр район үҙәгенә, Өфөгә күсеп бөтөп бара тиерлек. Миңә лә улым Өфөлә бер бүлмәле фатир һатып алып биреп, баш ҡалаға күсерҙе. Хәҙер инде өс йыл ҡала кешеһе булып йәшәп ятам. Башта көн үтмәй кеүек ине, хәҙер өйрәнеп тә барам. Шулай ҙа яңғыҙлыҡ бик ауыр икән.
Ә бит ирем менән шундай матур итеп, ҙур хыялдар ҡороп башлағайныҡ ғаилә тормошон. Бер аҙғын, еңел холоҡло ҡыҙ арҡаһында барыһы ла селпәрәмә килде. Балам да берәү генә булмаҫ ине. Үҙем яңғыҙ булғанға күрә (бер ҡустым – Афғанстанда, икенсеһе юл фажиғәһендә һәләк булды), күп итеп балалар табып үҫтерермен, тип хыяллана инем. Әллә ҡул күтәрһә лә, икенсе иремдән тағы бер бала тапмағанмын, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы берҙә.
Бына шулай, йәшәп ятам әле. Күңел ятҡан берәй ойошмағамы, түңәрәккәме йөрөй башларғамы икән, тип тә уйлап ҡуям. Серҙәш, әхирәттәр табыр инем бәлки...
Мәҙинә исемле апайығыҙ”.