Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
26 Июль 2021, 11:55

Бәхетленең байрамы бергә

Йәштәр журналы булһа ла, бөтә ғаилә өсөн ул. Шундай йөкмәткеле журнал сығарған өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙгә рәхмәт әйтегеҙ.

Бәхетленең байрамы бергә
Бәхетленең байрамы бергә

“Шоңҡар” журналының “Яҙыл да бүләк от” акцияһында Архангел районының Ҡыҫынты ауылынан Гөлдәр Абдулина өлөшөнә мультиварка сыҡты. Бына беҙ бәхетле ханымға бүләген тапшырырға юлландыҡ.

          Ихлас ҡаршыланы беҙҙе хужалар. Гөлдәр ханым ауыл мәктәбендә башланғыс класта уҡыта. Әсәһе Зифа апай ҙа ғүмер буйы мәктәптә йәш быуынға белем биргән. Үткән аҙнала ғына 65 йәшлек юбилейын билдәләгәндәр.

- Бығаса журналды башлыса сайттан уҡып бара инем. Матур, фәһемле мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, хикәйәләр бирелә. Бына бер нисә йыл рәттән  журналдың  үҙенә яҙылабыҙ. Йәштәр журналы булһа ла, бөтә ғаилә өсөн ул. Шундай йөкмәткеле журнал сығарған өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙгә рәхмәт әйтегеҙ, – тине Гөлдәр ханым.

Бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, үткән аҙнала ғына матур ғүмер байрамын билдәләгән Зифа апайға, журналыбыҙҙың иҫтәлекле бүләген отоп ҡыуанған Гөлдәр ханымға яратҡан йырсыбыҙ Харис Шәриповтың үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: