Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
10 Март 2022, 17:35

Һалдатҡа 19 ғына йәш ине

Ауылдаштары Нилде тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Улар ҡустыһы менән сабый ғына килеш әсәйһеҙ ҡала.

Һалдатҡа 19 ғына йәш инеҺалдатҡа 19 ғына йәш ине
Һалдатҡа 19 ғына йәш ине

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ауыр яңылыҡ еткерҙе.

“Учалы районына ҡайғылы хәбәр килде. Һалдат бурысын үтәгәндә Ахун ауылы егете Нил Наил улы Мөслимов геройҙарса һәләк булған. Ул Рәсәй хәрби көстәренең мотоуҡсылар батальонында контракт нигеҙендә грантометсы булып хеҙмәт иткән. Нил Наил улы тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтары хәтерендә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе хакимиәте башлығы.

Ауылдаштары Нилде тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Улар ҡустыһы менән сабый ғына килеш әсәйһеҙ ҡала. Ике улын аталары яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Мәктәптән һуң Нил урындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Былтыр яҙ уҡыу йортон тамамлағас, үҙ теләге менән армияға китә, ярты йылдан контракт нигеҙендә хеҙмәтен дауам итә. Уға ни бары 19 ғына йәш була...

Фото Р. Ғиләжетдиновтың сәхифәһенән.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас