Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
11 Март 2022, 16:45

Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата

Беҙҙең халыҡтың ҡыҙыҡ бер ғәҙәте бар: берәйһенән имеш-мимеш ҡолағына салынһа, шуға ышанып, үҙенең ни ҡыланғанын да аңламай. Бер ваҡыт донъя бөтә тип магазиндан тоҙ, шырпыны ҡырып-һепереп алып бөткәйнеләр. Бөгөн тағы зыҡ ҡубалар. Кемдер тоҡлап шәкәр, икенселәр он туплай...Ә һатыусылар ошоно ғына көтөп тора, тауарҙарына хаҡты арттырып та ебәрҙе. Ә һеҙ ошондай хәбәрҙәргә ышанаһығыҙмы? Бәлки, берәй ҡыҙыҡ хәлдәр иҫкәр төшөр? Яҙығыҙ. 

Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтатаБашҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата
Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығарыуҙы туҡтата

Башҡортостан властары шәкәр заводтары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә продукция оҙатыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында һөйләшеп килеште. Татлы аҙыҡ етештереүселәр властарға ҡаршы килмәне һәм ваҡытлыса республика баҙарына йүнәлеш алырға ризалашты.

«Ретейлерҙар билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә шәкәргә һорау – 2,3, ә ҡайҙалыр 5 тапҡырға артҡан, – тип белдерҙе Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Һүҙ дефицит хаҡында бармай, күп етештереүселәр тауарҙы ваҡытында килтереп, бушатып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта ретейлерҙар ихтыяжды тәьмин итеү өсөн шәкәр һатып алыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы».

Әйткәндәй, Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-11/dlya-snizheniya-defitsita-i-sderzhivaniya-tsen-bashkiriya-priostanavlivaet-vyvoz-sahara-v-drugie-regiony-2723914

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас