

Быйыл ғинуар-февраль айҙарында торлаҡ майҙандарының 595,5 мең квадрат метры файҙаланыуға тапшырылған. Был хаҡта республиканың Төҙөлөш министрлығы белдерә.
Торлаҡ төҙөлөшө күләме, 2021 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 41 процентка артҡан.
- Бөгөн иң мөһим бурыс - темпты мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу, ә сит ил материалдары һәм йыһаздары ҡулланылмаған урындарҙа эште тиҙләтеү, - тип билдәләне төҙөлөш министры урынбаҫары Артем Ковшов. - Төҙөлөш тармағына бөгөн федераль дәрәжәлә етди ярҙам күрһәтелә. Яңы ярҙам саралары йорт төҙөүселәргә хәҙерге иҡтисади шарттарҙа эшләргә, тимәк, эш һаҡлап ҡалырға һәм кешеләрҙе юғары сифатлы торлаҡ һәм социаль объекттар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
2021 йылда 2 миллион 906 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған - 2020 йылға ҡарағанда 18,4 процентка күберәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль өлкәһе төбәктәре араһында икенсе урында һәм Рәсәйҙә етенсе урында тора.
Эш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" дөйөм дәүләт проектына ярашлы башҡарыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан