Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Апрель 2022, 19:15

Сәйет Билалов концерттарына саҡыра!

Йырсыларҙың ҡайһы төбәктән булыуы, ғаиләһе, балалары менән ҡыҙыҡһынмаған кеше бармы икән? Сәйет Билаловҡа ла йыш ҡына кәләшегеҙ бармы, булһа, нисә балағыҙ бар, тигән һорау бирәләр икән. Әйткәндәй, Сәйет Билаловтың бигерәк тә ниндәй йырҙары оҡшай һеҙгә? Концертҡа барырға йыйынаһығыҙмы? 

Сәйет Билалов концерттарына саҡыра!
Сәйет Билалов концерттарына саҡыра!

Башҡорт эстрадаһында үҙ юлын тапҡан, моңло тауышы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулаған билдәле йырсы Сәйет Билалов донъяға ижади күҙлектән баҡҡанын әленән-әле иҫбат итеп тора. Йырсы 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Сәйет бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. “Өйҙәренең тупһаһына ултырып йә берәй йыр көйләй, йә ҡурай уйнай торғайны. Йырҙары ябай ҙа, моңло ла, йөрәккә ятышлы, күңелгә үтеп инә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ”, - ти яҡташтары.

Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә.

Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була.

Билаловтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Исемдәре лә ниндәй матур: Ислам, Сәлимә, Әминә. Әйткәндәй, кәләше Зилиә менән Сәйет бер районда тыуып үҫеп, Әбеш урта мәктәбендә уҡыған. Бына шулай, бала саҡтан килгән саф мөхәббәттәрен һаҡлап, матур ғаилә ҡороуға өлгәшкән йәштәр.

“Әсәйем туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнә. Ҡыҙҙар араһында иң олоһо булғас, бала саҡтан ата-әсәһенә ярҙамсы була, бар эштең дә нескәлеген төшөнә. Биҙәүсе-маляр һөнәрен алып, уның буйынса байтаҡ йылдар Ҡаҙағстан яҡтарында эшләп, йәшәргә тура килде. Беҙ мәктәптә ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә уҡыныҡ, үҙ-ара ла шулай һөйләштек. Әсәйем тыуған яҡтарын һағынған саҡта миңә гел генә башҡортса йырҙар йырлай торғайны. Шуларҙың береһен, “Томоролоп зәңгәр яулыҡ болғап поезд саба” тигәнен, ятлап алып, мәктәптә башҡортса йырлап ишеттерҙем.

Әсәйебеҙ – тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы шәхес ул. Беҙҙе, өс баланы, яңғыҙ аяҡҡа баҫтырҙы, матур тәрбиә бирҙе, һөнәр алырға ярҙам итте. Әле ул беҙҙең янда, Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡәҙерле кешебеҙҙең эргәбеҙҙә булыуы – беҙҙең өсөн оло бәхет. Ныҡлы терәк-таянысыбыҙ ул, килендәренә хөрмәтле бейем, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартсәй һәм өләсәй.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: