Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Апрель 2022, 14:40

Кем «Башҡорт һандуғасы» булып танылырға теләй?

Профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында конкурс йәш төркөмдәре буйынса ойошторола.  

Кем «Башҡорт һандуғасы» булып танылырға теләй?
Кем «Башҡорт һандуғасы» булып танылырға теләй?

22-23 апрелдә Иглин районында Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә. Был хаҡта "Бшинформ" агентлығы хәбәр итә.  Йырсы, режиссёр һәм педагог, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин (1915-2004) — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһында Салауат Юлаев партияһын тәүге башҡарыусы (1955), Өфө сәнғәт училищеһы һәм Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы.

Конкурс Башҡортостандың вокал-башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү, сағыу һәм һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн уҙғарыла.

Ижади ярышта өҫтәмә белем биреү (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) учреждениелары уҡыусылары, музыкаль белем биреү учреждениелары студенттары, профессиональ башҡарыусылар, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар ҡатнаша ала. Профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында конкурс йәш төркөмдәре буйынса ойошторола.

22 апрель — асыу тантанаһы һәм конкурсанттарҙы тыңлау.

23 апрель — гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү. Конкурста ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының ике төрлө әҫәрен башҡара, уларҙың береһе М. Хисмәтуллиндың репертуарынан булырға тейеш.

Гран-приҙан тыш, һәр йәш категорияһында 1-се, 2-се, 3-сө урындар, «Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарған өсөн», «Тамашасы һөйөүе», «Өмөтлө башҡарыусы», «Иң яҡшы ансамбль» номинацияларында ла наградалар бар.

Ҡатнашыу өсөн заявканы 2022 йылдың 21 апреленә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Заявка конкурстың ойоштороу комитетына шылтыратып раҫлана: 8(34795) 2-15-78; 2-10-01.

Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: