Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
19 Апрель 2022, 21:31

«Тамыр» дуҫтарын йыйҙы

2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә «Тамыр» балалар -үҫмерҙәр телеканалы эшләй башланы.

«Тамыр» дуҫтарын йыйҙы
«Тамыр» дуҫтарын йыйҙы

«Тамыр» үҫмерҙәр телеканалы үҙенең 30-сы тыуған көнөнә дуҫтарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йыйҙы. Сарала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының урынбаҫары Азат Бадранов, БР Мәҙәниәт министры Әмина Шәфиҡова, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе Юлдаш Йосопов ҡатнашты.

«Тамыр» балалар телерадиостудияһы 1992 йылдың 2 мартында асылған. 30 йыл эсендә «Тамыр» радиола һәм телевидениела берешәр тапшырыуҙан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ҙур телерадиоструктураһына әүерелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, компанияның радиоканалдарында балалар өсөн тиҫтәләгән сифатлы тапшырыуҙар күрһәтелә.

2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә тәүлек әйләнәһенә «Тамыр» балалар -үҫмерҙәр телеканалы эшләй башланы.

«Тамыр» Рәсәйҙә туған телдә һәм туған мәҙәниәткә нигеҙләнгән тәрбиәнең сағыу өлгөһө булып тора. Илдә «Тамыр» телеканалын сифатлы контент булдырған профессиональ оҫтахана булараҡ беләләр һәм баһалайҙар. Балалар телеканалы төшөргән фильмдар һәм программалар тиҫтәләрсә халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яуланы. «Тамыр»«ТЭФИ-Төбәк» Рәсәй юғары телевизион премияһының туғыҙ Бронза Орфейы менән бүләкләнде.

2016 йылда «Тамыр» телеканалы спутник, кабель һәм интернет-телевидение өлкәһендә «Алтын нур» милли премияһының «Балалар телеканалы» номинацияһында еңеүсе булды.

Һуңғы йылдарҙа «Тамыр» яңы һулыш кисерә — республика бюджеты сиктәрендә үҙенсәлекле проекттар әҙерләй. Үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!», «Ышан» сериалдары; «Нурбостан» анимация сериалы; беренсе башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы; «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы, «Бишек» бишек йырҙары телевизион конкурсы; «Ҡош юлы. Балалар» йәш бардтар конкурсы, документаль фильмдар, телеконкурстар, фильм-әкиәттәр. 

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: