Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Апрель 2022, 19:50

Олимпия уйындары чемпионы Светлана Ишморатова юбилейын билдәләй

Башҡорт ҡыҙы Светлана Ишморатова  - биш тапҡыр – донъя, дүрт тапҡыр – Европа, йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы. Светлана Ирек ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. 

Олимпия уйындары чемпионы Светлана Ишморатова юбилейын билдәләй
Олимпия уйындары чемпионы Светлана Ишморатова юбилейын билдәләй

 

Ошо көндәрҙә хөрмәтле милләттәшебеҙ, ватандашыбыҙ, танылған биатлонсы, Олимпия уйындары чемпионы, биш тапҡыр – донъя, дүрт тапҡыр – Европа, йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй Ҡораллы көстәре полковнигы Светлана Ишморатова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Светлана Ирек ҡыҙын ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңышлы һөнәри эшмәкәрлек, ижади илһам һәм Ватан спорты мәнфәғәтендәге бөтә эштәрендә лә ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Күңел көрлөгө һәм яҡшы кәйеф бер ҡасан да ташламаһын, ә был көндө әйтелгән иң изге һүҙҙәр һәм теләктәр тормошҡа ашһын!

"Ҡоролтай"

Автор:
Читайте нас: