Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Апрель 2022, 10:35

Яҙыусы урамы балҡып торорға тейеш

Республикала байтаҡ урамдарға арҙаҡлы башҡорт шәхестәренең исеме бирелгән. Һеҙ ниндәй урамда йәшәйһегеҙ? Урамығыҙ төҙөкмө, матурмы? 

Яҙыусы урамы балҡып торорға тейеш
Яҙыусы урамы балҡып торорға тейеш

Ил Президенты указы менән ғәмәлгә ашырылыусы "Төҙөк  һәм юғары сифатлы автомобиль юлдары" дөйөм дәүләт проектына ярашлы  Өфөлә  Ғабдулла Амантай урамы төҙөкләндереләсәк.

Фәйзи Ғәскәров урамынан Зәйнәп Биишева урамына тиклем участокта урамдың оҙонлоғо 800 метр тәшкил итә. Һауа шарттары яҡшы булһа, подрядсы ойошма тиҙҙән эш башлар тип көтөлә. Бында 11 300 квадрат метрҙан артыҡ яңы асфальт-бетон ҡатламын түшәү, борт таштары алмаштырыу, техник полосалар урынлаштырыу, тротуар һәм йәйәүлеләр өсөн кәртәләрҙе ремонтлау планлаштырыла. Ремонт тамамланғандан һуң горизонталь юл тамғаһы төшөрөләсәк.

Сентябрь аҙағына башҡорт яҙыусыһы исемендәге урам гөлт итеп торор тип көтөлә. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: