Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
27 Апрель 2022, 09:00

"Китап"тар сәйәхәткә сыҡты

Ә һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Һуңғы арала ниндәй әҫәр уҡынығыҙ? Ниндәй авторҙар күңелегеҙгә яҡын? 

"Китап"тар сәйәхәткә сыҡты
"Китап"тар сәйәхәткә сыҡты

Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Башҡортостан мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылын Өфө – Күмертау – Стәрлебаш – Ишембай – Стәрлетамаҡ  йүнәлешендә автойөрөш менән билдәләй. 

26 апрелдә Күмертау халҡына яңы китаптар тәҡдим ителде. Йәш китап һөйөүселәр өсөн дә ҡыҙыҡлы бүләктәр бар.

"Сәйәхәт  28 апрелгә тиклем дауам итә. Ул "Китаптарҙа - барлыҡ ҡиммәттәребеҙ" тигән лозунг аҫтында уҙа, - ти  нәшриәттең менеджеры Айрат Искәндәров.

Әйткәндәй, үҙенсәлекле сәйәхәт  Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатындағы "Мәҙәниәт" проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: