Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Апрель 2022, 20:05

Бөгөн - Халыҡ-ара бейеү көнө

 Бә­лә­кәйҙән мәжлес­тәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен кү­реп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нес­кә­лек­тәренә ихлас өйрәнә. Унан - Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем ала.Бейеүсе  уҡыусылары менән республика, Рәсәй кимә­лендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.

Бөгөн - Халыҡ-ара бейеү көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара бейеү көнө
– Вәт, исмаһам, оҫта!

– Сәхнәне бер итеп бейей бит!
– Ни эшләп Өфө тирәһенә китмәй икән? Баш ҡалала ғына йөрөй торған егет.

Красноусол мәҙәниәт һарайында эшләп йөрө­гән Илшат Хәбибуллин­дың һәр сығышынан әҫәр­ләнгән тамашасы йыш ҡына шулай ти. Икен­се­ләре бығаса Фәйзи Ғәскәров исе­мендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бе­йеүҙәре ансамблендә, Стәрлета­маҡта эшләп алған егеттең тыуған яғына ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бәй, шулай булмайса! Талантлы егет үҙе бейеп кенә ҡалмай, район балаларына ғәжәп талантын ур­таҡлаша. Өйрәтеүсеһе генә бул­һын, улары оторға әҙер тора.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Хәҙер Илшаттың уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡат­нашып, еңеү яулай.

Илшат Красноусолда тыуа. Бә­лә­кәйҙән мәжлес­тәрҙә өлкәндәрҙең бейеүен кү­реп үҫкән малай мәктәптә ошо сәнғәт нес­кә­лек­тәренә ихлас өйрәнә. Унан - Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында белем ала.
Бейеүсе  уҡыусылары менән республика, Рәсәй кимә­лендәге ярыштарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Бары уның ҡул аҫтында шөғөлләнер өсөн генә Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәндәр бар. Ә инде “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу – улар өсөн оло бәхет, үҫеш баҫҡысы.

Абруйлы бәйгелә талапсан жюри ағзаларының хуплау һүҙҙәре, кәңәштәре йәш бейеүселәргә киләсәктә шөғөлләнеү өсөн ҡанат ҡуя. Ансамбль 2013 йылдан “Байыҡ” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә. Ошо уҡ йылда өлкән төркөмдә йөрөгән ҡыҙҙар-малайҙар “Йәшлек” бейеүе менән өсөнсө урынды алһа, Гран-при яулаған Искәндәр Әбелғужин бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Киләһе йылына Айназ Рафиҡов менән Илнара Ғөбәйҙуллина беренсе урынды яулай. 2015 йылда уртансы төркөм лауреат исеменә лайыҡ була.
— Бәлки, барлыҡ уҡыусыларым да киләсәктә бейеүсе булып китмәҫ. Шулай ҙа был сәнғәт төрө бөтә ерҙә кәрәк, – тип һүҙен дауам итә Илшат Хатим улы. – Мәжлестәрҙә өҙҙөрөп тыпырлаған кешегә һәр кем һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Икенсенән, матур итеп бейей белеү кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләй. Быны үҙемдең эш һөҙөмтәһенән сығып әйтәм. Тәү килгәндә баҙнатһыҙ ғына булған балалар тора-бара ҡыйыуланып китә, кәүҙәһенең тотошо ла үҙгәрә. Ә беҙҙең заманда үҙеңде күрһәтеү өсөн бындай сифаттар бик кәрәк.
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: