Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Май 2022, 21:11

Трактор эшләгән Рәхимйән

Кәрәк икән, картуфын да сәсә, утай ҙа, ҡаҙып та аласаҡ.

Трактор эшләгән Рәхимйән
Трактор эшләгән Рәхимйән

Ғәлиәхмәт ауылында электән техника яғына оҫта кешеләр күп булған. Ләкин оҫталарҙың оҫтаһы, бар булмышы менән машиналар эшләү буйынса инженер-конструктор - Рәхимйән Ибраһимов булыр,тип хәбәр итә ауылдаштары.
Бөгөн ул тағын бер техникаһына йән өрөп йөрөү менән мәшғүл. 17 ат көслө күп функциялы минитрактор ауылдағы төрлө ваҡ эштәр өсөн эшләнгән. Тулы приводлы. Кәрәк икән, картуфында сәсә, утай ҙа, ҡаҙып та аласаҡ. Завод техникаһынан яҡшыраҡ булмаһа, бер нимәһе менән дә ҡалышмаҫ.
Быға тиклем дә Рәхимйән ағай төрлө техника машиналар эшләү менән шөғөлләнгән. Кәрәк икән гидравлик утын ярғыс, кәрәк икән төрлө станоктар яһаған. Байтаҡ йылдар элек яһаған үҙйөрөшлө тракторы, ваҡытында хатта дәүләт регистрацияһын да үткән (өсөнсө фото). Афарин!

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=140912972&w=wall-207714147_3213%2F08bd0299facb22a5da

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: