Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Май 2022, 19:20

"Игеҙ улым тыуҙы"!

Һеҙҙең арала игеҙәктәр бармы? Бәлки, уларға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр иҫегеҙгә төшөр.

"Игеҙ улым тыуҙы"!
"Игеҙ улым тыуҙы"!


Әбйәлил районында  Мария һәм Азат Ғиләжевтарҙың  ғаиләләре ҡаплы ишәйә.
Өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә игеҙәк малайҙар донъяға килә. Уларға Марат һәм Мират  тип исем ҡушҡандар. Был быйыл Әбйәлилдә тыуған тәүге игеҙәк. 

«Ике ғаиләлә лә игеҙәктәр бар, шуға игеҙ балаларҙың тыуыуына аптырайһы түгел. Әсәнең дә игеҙәге, атай яғынан да игеҙ туғандары бар», - тип белдерҙеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.

Ғаилә башлығы Азат - Магнитогорск металлургия комбинатында, ә ҡатыны Мария мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Ишле ғаилә үҙҙәренең ҙур йортонда йәшәй, хужалыҡ тота, баҡса үҫтерә.

Ҡотлайбыҙ! Сабыйҙар имен-һау үҫһен!

Автор:
Читайте нас: