Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
15 Май 2022, 14:57

Радий Хәбиров: «Баймаҡта көрәш мәктәбе үҫеше һөйөндөрә»

Бәйгелә республикабыҙҙың ҡала-райондарынан бөтәһе 180 көрәшсе ҡатнашты.

Радий Хәбиров: «Баймаҡта көрәш мәктәбе үҫеше һөйөндөрә»
Радий Хәбиров: «Баймаҡта көрәш мәктәбе үҫеше һөйөндөрә»

14 майҙа Баймаҡ районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Баһадир»  физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Радий Фәрит улы тренер-көрәшсе Илшат Ғүмәров иҫтәлегенә ойошторолған «Көньяҡ Урал йәмәғәт башланғыстары союзы призына» үткәрелгән милли көрәш буйынса асыҡ турнирҙы ҡараны.

Бәйгелә республикабыҙҙың ҡала-райондарынан бөтәһе 180 көрәшсе ҡатнашты.

– Мин 1986 йылғы шәп егет, көрәш буйынса чемпион, оҫта тренер Илшат Ғүмәровтың иҫтәлегенә уҙғарылған бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан бик иртә китте, – тине Радий Хәбиров.– Баймаҡта көрәш мәктәбе үҫә, башҡа райондарҙан спортсыларҙы үҙенә йәлеп итә. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: