Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
17 Май 2022, 10:15

Урра-а, тағы ФАП-тар төҙөлә

Ошо рәүешле быйыл  44 ФАП төҙөләсәк.

Урра-а, тағы ФАП-тар төҙөлә
Урра-а, тағы ФАП-тар төҙөлә

Бер нисә йыл элек кенә  ауылдарҙа ФАП-тар ябылһа, бөгөн әүҙем рәүештә яңылары асыла. Бына хәҙер һаулыҡ һаҡлауҙың тәү звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа инә башланы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән  «Һаулыҡ һаҡлау»  дөйөм дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Ошо рәүешле быйыл  44 ФАП төҙөләсәк.

Ошондай объекттарҙы Краснокама районының Карякино ауылында, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Һыуыҡ-Шишмә, Ҡолош, Үтәгән һәм башҡа ауылдарҙа төҙөй башланылар. Әле  бында конструкцияларҙы йыйыу бара.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығынң матбуғат хеҙмәте. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: