Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
24 Май 2022, 08:30

Ибрайҙы танымай үтмәгеҙ!

Был ауыл оҙаҡ йылдар БДУ ректоры вазифаһын башҡарған бөйөк ғалим Рәғиб Ғимаевтың тыуған ауылы булараҡ билдәле.

Ибрайҙы  танымай үтмәгеҙ!
Ибрайҙы танымай үтмәгеҙ!

Ҡыйғы районы Ибрай ауылы оҙаҡ йылдар БДУ ректоры вазифаһын башҡарған бөйөк ғалим Рәғиб Ғимаевтың тыуған ауылы булараҡ билдәле. Бөгөн ауылдың мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү эштәре башланған. 1981 йылда төҙөлгән бинаға асылғандан бирле капиталь ремонт яһалмаған. Президент Владимир Путиндың май указдарының "Мәҙәниәт" проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы быйыл йортто ремонтлау һәм уның тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Әле клуб эсендә төҙөлөш һәм стеналарҙы таҙартыу эштәре бара.

Тиҙҙән мәҙәниәт усағына йән инеп, ул йәнә халыҡты үҙенә әйҙәп торған нурлы бинаға әүерелер әле. 

Фото: srk.nationalpriority.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: