Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
27 Май 2022, 21:20

Оҫта тиһәң дә оҫта!

Был эштәр - оҫталыҡ, зауыҡ, матурлыҡты күрә, тоя белгән ижади күңел емештәре.

Оҫта тиһәң дә оҫта!
Оҫта тиһәң дә оҫта!

Байназарҙа йәшәүсе Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улының "Халыҡ кәсептәре" исемле онлайн күргәҙмәгә ҡуйылған эштәре хайран итә. Был эштәр - оҫталыҡ, зауыҡ, матурлыҡты күрә, тоя белгән ижади күңел емештәре.

-Әҙәм заты тәбиғәте менән һәр ваҡыт камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыусы зат. Матурлыҡ тыуҙырыусылар йәки, икенсе төрлө әйткәндә, етмеш һөнәр белгән кешеләр һәр заманда ла абруйлы булған, ихтирам ҡаҙанған.
Байназар ауылында йәшәүсе Иманғолов Рафаэль Фазлетдин улы ла, аң һәм һәләтен, егәрлелеген ҡушып, ағастан ғәжәйеп матур һындар, төрлө скульптураларҙы, халҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәрен дан итеп эшләүсе - үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, - тип хәбәр итәләр уның тураһында Байназар ауыл модель китапханаһы төркөмөндә.
Афарин, оҫта!

"Таң" гәзитенән. 

Автор:
Читайте нас: