Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
31 Май 2022, 15:50

Эш урыны булғас, кеше һаны арта

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу буйынса тәүге мәғлүмәттәр билдәле булды. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса етенсе урынды биләй. Әле беҙҙә 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Республикабыҙ Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләренән генә ҡалыша.

– Һандар насар түгел. Беҙ һуңғы ике-өс йылда миграция ағымдары үҙгәрешен теркәйбеҙ. Хеҙмәт миграцияһы сальдоһы ыңғай булды. Шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар сальдоһы ла оҙайлы йылдар дауамында беренсе тапҡыр ыңғай күрһәткестәр бирә. Ике меңдән ашыу студент беҙгә килеп уҡый башлаған. Был бик яҡшы күрһәткес. Беҙҙең республика Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса етенсе урында, – тине был хаҡта Радий Хәбиров.

Был йәһәттән Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге, “Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институты” дәүләт ғилми учреждениеһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаев фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Республикала яңы эш урындарын булдырыу буйынса системалы эш алып барыла. Маятник миграцияһын ҡыҫҡартыу һәм яңы эш урындары булдырыу маҡсатында төбәктә биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылды. 2019 йылға ошондай ҡалалар һаны бишкә етте. Шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, 11 индустриаль парк һәм ете технопарк ойошторолдо. Был саралар республикаға инвестициялар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары булдырыуға һәм шуға ярашлы эшкә яраҡлы халыҡтың кәмеүен ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә, – ти ул.

Фото: galkina.sroamiks.ru

Автор:Альфия Мингалиева

Автор:
Читайте нас: