Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Июнь 2022, 19:20

Роберт Тимербаев йырлай!

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев  йөҙләгән популяр йырҙар авторы, талантлы композитор, моңло тауышлы йырсы булараҡ билдәле. Һеҙгә уның айырыуса ниндәй йырҙары оҡшай?

Роберт Тимербаев йырлай!
Роберт Тимербаев йырлай!

 Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев  йөҙләгән популяр йырҙар авторы, талантлы композитор, моңло тауышлы йырсы булараҡ билдәле. 

Роберт Ғәфүр улы Тимербаев Раевка ҡасабаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Филармонияла эшләгән йылдарында (1978-1999) бөтә Рәсәйҙе урап сыға, Германия, Франция, Италия, Голландия, Таиланд, Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә кеүек сит илдәрҙә сығыш яһай.
1999 йылда ул “Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар” тигән төркөм төҙөй һәм ижади эшмәкәрлеген шаулап-гөрләп дауам итә. Был йылдарҙа ул танылған артистар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә: Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи, Нәзифә Ҡадырова, Радик Гәрәев, Хәмдүнә Тимерғәлиева, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡалар... Бөгөн дә ул Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында оло хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған шәхес булып ҡала.
Яҡын дуҫы, ижадташы Рәмил Сурағол бына нимә тип яҙа: “Халыҡ һинең йырҙарыңды ярата, Роберт! Һинең йырҙар ҡайғы-хәсрәттәрҙе баҫа, шатлыҡтарҙы арттыра!”

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: