Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Июнь 2022, 13:10

Инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә

Рәсәй Федерацияһына ҡаршы санкциялар тыуҙырған сикләүҙәр шарттарында Башҡортостанда бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов һөйләне.  - Төбәктә бизнесҡа ярҙам күрһәтеү сараларының санкцияға ҡаршы пакеты раҫланды, ул 55 миллиард һумға баһалана. Тәүге ике пакет предприятиеларға ковид сикләүҙәренә ҡарамаҫтан әүҙем үҫешергә мөмкинлек бирҙе. Иң эре бизнес-берләшмә булараҡ, Палата һәр предприятие менән үҙаллы эшләүен дауам итә. Средстволарҙы иҫәпләү һәм күсереү буйынса варианттар тәҡдим итәбеҙ, төрлө ведомстволар менән килешеү алып барабыҙ, - тине Тимур Хәкимов.

Инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә
Инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә

Кисә Сибай ҡалаһында үткән IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының төп ваҡиғаһы булып Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Төбәк финанс системаларын һәм бизнесты финанслау инструменттарын үҫтереү» финанс-сәнәғәт һәм инвестицион сәйәсәт буйынса советы ултырышы булды.

Сессия финанс тармағы эксперттарының бизнес менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр буйынса тупланған позицияһын һәм финанс баҙарын, ғөмүмән, иҡтисадты тотороҡландырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләүгә йүнәлтелде. Шулай уҡ аҡса-кредит сәйәсәтен, сик буйы иҫәп-хисапты, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте, фонд баҙарын көйләү буйынса көрсөккә ҡаршы кисектергеһеҙ саралар, кредит ойошмаларына талаптар, инвестиция эшмәкәрлеге тураһында фекер алышынды. Дискуссияның модераторы - Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы рәйесе Владимир Гамза.

Беҙҙең сессияның «Төбәк финанс системаларын һәм бизнесты финанслау инструменттарын үҫтереү» тип аталыуы осраҡлы түгел. Был йәһәттән бөгөн төбәк финанс институттары көрсөккә ҡаршы ҡарарҙар ҡабул итеүҙә әүҙемерәк булып ҡала, һәм уны бөтә илгә таратырға мөмкин, - тип билдәләне Владимир Гамза.

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының төбәк банкингын көсәйтеү тураһында фекерен яҡлауы хаҡында сессияла ҡатнашыусыларға Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Дмитрий Курочкин белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһына ҡаршы санкциялар тыуҙырған сикләүҙәр шарттарында Башҡортостанда бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов һөйләне.

 - Төбәктә бизнесҡа ярҙам күрһәтеү сараларының санкцияға ҡаршы пакеты раҫланды, ул 55 миллиард һумға баһалана. Тәүге ике пакет предприятиеларға ковид сикләүҙәренә ҡарамаҫтан әүҙем үҫешергә мөмкинлек бирҙе. Иң эре бизнес-берләшмә булараҡ, Палата һәр предприятие менән үҙаллы эшләүен дауам итә. Средстволарҙы иҫәпләү һәм күсереү буйынса варианттар тәҡдим итәбеҙ, төрлө ведомстволар менән килешеү алып барабыҙ, - тине Тимур Хәкимов.

Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә «Инвестиция сәғәттәре»н уҙғарыуҙы Рәсәй төбәктәре араһында аҙна һайын власть вәкилдәренең бизнес менән осрашыуҙарын үткәрергә мөмкинлек биргән уңышлы тәжрибәләрҙең береһе булараҡ билдәләне. Бизнес өсөн көрсөккә ҡаршы финанс ярҙам саралары алыу мөмкинлеге - төбәк бизнесының төп өҫтөнлөгө булараҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы бүлексә идарасыһы Марат Кашапов.

Рәсәй Финанс министрлығының Фәнни-тикшеренеү финанс институтындағы тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова төбәк корпорациялары тарафынан облигация займдарын үҫтереү эшҡыуарлыҡ өсөн ҡиммәт булмаған финанс сығанағы булараҡ күҙ уңында тоторға кәңәш итте.

Кәримә УСМАНОВА. 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: