Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Июнь 2022, 07:15

"Бында эшһөйәр, намыҫлы, һәйбәт кешеләр йәшәй"

Сара аҙағында Радий Фәрит улы Урал аръяғының үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы, матур теләктәрен еткерҙе.

"Бында эшһөйәр, намыҫлы, һәйбәт кешеләр йәшәй"
"Бында эшһөйәр, намыҫлы, һәйбәт кешеләр йәшәй"

 

"Сибайға һәр саҡ ҙур теләк менән киләм"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында 2 июндән 4-нә тиклем "Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Кисә  уның икенсе көнө уңышлы дауам итте һәм форумдың эшлекле программаһы тамамланды. Бөгөн сарала ҡатнашыусылар Баймаҡ районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнаша. 

Сибайҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, "Туризм корпорацияһы.РФ" акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Сергей Красноперов һәм республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына символик плитә ҡуйыуҙа ҡатнашты. Тантаналы сара форумдың эшлекле программаһын тамамланы.

Тантана башланыр алдынан республика Башлығы "Аманат" аллеяһында муниципаль мәҙәниәт, мәғариф һәм социаль өлкә учреждениеларының "Сибай илһамландыра" экспозицияһын ҡараны. Шулай уҡ ҡала ойошмалары вәкилдәре Башҡортостан Башлығына Сибайҙа мәҙәниәтте пропагандалау маҡсатында үткәрелгән саралар, ҡала мәктәптәренең республика, Рәсәй кимәлендәге проекттарҙа ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне.

Күргәҙмәлә халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре, шул иҫәптән Урал аръяғында сығарылған аҫыл таштарҙан төрлө продукция тәҡдим ителде. Радий Хәбиров Сибай сәнғәт колледжының этнохудожество бүлеге уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Асия Ғәйнуллина менән аралашты. Ул үҙ аҡсаһына һигеҙ станок һатып алыуы һәм Сибайҙа Туҡыусылыҡ үҙәген асырға ниәтләүе хаҡында һөйләне. Асия Ғәйнуллина  башҡорт халҡының эпосын һөйләй, былтыр Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһаны. Республика Башлығы, халыҡтың бындай башланғыстары яҡлауға мохтаж, тип билдәләне.

Сара аҙағында Радий Фәрит улы Урал аръяғының үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы, матур теләктәрен еткерҙе:

"Хөрмәтле сибайҙар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Урал аръяғына, Сибай ҡалаһына һәр саҡ ҙур теләк менән киләм. Бында эшһөйәр, намыҫлы, һәйбәт кешеләр йәшәй. Сибайҙың артабан да үҫешеүен һәм алға барыуын теләйем. Һеҙҙә мәктәптәр, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, урамдар матурыраҡ булһын өсөн республика һәр саҡ ярҙам итәсәк. Бергәләп алға барасаҡбыҙ!"

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:
Читайте нас: