Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
8 Июнь 2022, 04:50

Әйҙә паркка уйнарға!

Ҡариҙелдә балалар  майҙансығы үҙгәртеп ҡорола. 

Әйҙә паркка уйнарға!Әйҙә паркка уйнарға!
Әйҙә паркка уйнарға!

Был көндәрҙә Ҡариҙел ауылыны Ленин урамындағы балалар майҙансығы гөрләп тора. Бында эшселәр сабыйҙарға шәп бүләк әҙерләй  -  балалар майҙансығы автоҡаласыҡ итеп үҙгәртелә. Хәҙер бында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн юл хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәреләсәк. Бының өсөн  юл билдәләре,  юл саттары, тротуарҙар, билдәләр, светофорҙар ҡуйыла.  Был эштәрҙе 1 октябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

"Проекттың мөһимлеген иҫәпкә алып, беҙ эште тиҙ һәм юғары сифатлы башҡарырға тейеш. Йыһаздар һатып алынған инде", - ти "ЭкоПрайм" директоры Михаил Шумихин.

Әйткәндәй, был сара  Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" дөйөм дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: kuda-mo.ru».

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас