Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Июнь 2022, 20:20

«Башҡорт аты» республика фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде

Ул бынан һуң йыл һайын уҙғарыласаҡ. Шәп бит! 

«Башҡорт аты» республика фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде
«Башҡорт аты» республика фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде

Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивален уҙғарыуға әҙерлек эштәре бара.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Башҡорт аты» төбәк фестивале йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү, кәсептәр, спорт ярыштары традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында уҙғарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт аты көнөн булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был башланғысты хуплауын белдерҙе һәм тейешле указ сығарҙы. Документҡа ярашлы, байрам йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә уҙғарылырға тейеш.

Кисә Баймаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә ошо үҙенсәлекле фестивалде үткәреү буйынса ойоштороу комитетының тәүге ултырышы уҙҙы.

Баймаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, август башында Граф күле янындараҡ «Башҡорт аты» республика фестивален үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йылҡысылыҡ өлкәһендәге эксперттар килә. Пленар ултырышта йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеү эшен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Бынан тыш, ҙур байрам программаһында — «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ» милли спорт төрҙәре буйынса мауыҡтырғыс ярыштар, уҡ атыу, башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашлығында сағыу шоу. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә иң ҙур ат парадын уҙғарыу күҙаллана, тип өҫтәне Азат Бадранов.

Беренсе вице-премьер билдәләүенсә, республика Рәсәйҙең әлегә бер төбәгендә лә булмаған фестиваль ойошторорға йыйына. Уның һүҙҙәренсә, уға әҙерлек әүҙем алып барыла, «был ҙур ваҡиға булмаҡсы, артабан уның федераль статус алырына ышанам».

«Башҡорт атлылары Ватанды һаҡлауға тос өлөш индергән, француздар уларҙы «төньяҡ амурҙары» тип атаған. Рәсәй империяһы менән Наполеон араһындағы һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Улар ҡыйыуҙарса һуғышҡан. Был фестивалдә башҡорт атлыларының батырлығына ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан, күп быуаттар дауамында үҙенсәлекле сифаттарын һаҡлаған башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам күрһәтергә теләйбеҙ. Ошондай фестиваль — мөмкин тиклем күберәк кешене башҡорт аты феномены менән таныштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры.

Фото:Валерий Шахов

Автор:
Читайте нас: