Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Июнь 2022, 15:45

Виктор Цойға бөгөн 60 йәш тулған булыр ине

Виктор Робертович Цой 1962 йылдың 21 июнендә Ленинград ҡалаһында, инженер һәм физкультура уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған.

Виктор Цойға бөгөн 60 йәш тулған булыр ине
Виктор Цойға бөгөн 60 йәш тулған булыр ине

 21 июндә совет рок-музыканты, йырҙар авторы, композитор, "КИНО" төркөмө етәксеһе һәм йырсыһы Виктор Цойҙың тыуыуына 60 тулды.
- Виктор Робертович Цой 1962 йылдың 21 июнендә Ленинград ҡалаһында, инженер һәм физкультура уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала булған;
- Викторҙың бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеге асыҡланған. 15 йәштә ул сәнғәт мәктәбен тамамлай. "Битлз" төркөмө йырҙарына ғашиҡ егет дуҫы Максим Пашков менән "Палата № 6" төркөмөн барлыҡҡа килтерә, бас гитараһында сығыш яһай;
- Цой В.Серов исемендәге сәнғәт училищеһында уҡый башлай. Ләкин унан ҡыуыла, СГПТУ-61-ҙә "ағасты һырлаусы" һөнәрен ала;
- Йырсының кумирҙары тәүҙә Михаил Боярский, аҙаҡ Владимир Высоцкий булған. Аҙаҡ Виктор көнсығыш алыштары оҫтаһы Брюс Лины үҙ итә, уға оҡшарға тырыша, каратэ, кунгфу менән шөғөлләнә;
- 70-се йылдар аҙағында - 80 йылдар башында Виктор "Пилигримы" төркөмөндә сығыш яһаусы "Рыба" ҡушаматлы Алексей Рыбин менән дуҫлаша. Был ике шпана «Автоматические удовлетворители» төркөмөн булдыра, панк стилендә сығыш яһайҙар. Уларҙы хатта Мәскәүгә саҡыралар.
- Бер мәлде электричкала гитара уйнап, йырлап барған Викторҙы һәм уның дуҫтарын данлыҡлы БГ - ул мәлдә үк ныҡ билдәлелек яулаған Борис Гребенщиков күреп ҡала. БГ Цойҙы тыңлай - был осрашыу йәш йырсы өсөн өмөтлө киләсәктең башы була;
- 1981 йылдың йәйендә Рыба менән Цой «Гарин и Гиперболоиды» төркөмөн булдыра һәм уларҙы Ленинград рок клубы составына индерәләр. Бер аҙҙан төркөм "КИНО" исемен йөрөтә башлай;

Автор:
Читайте нас: