Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
7 Октябрь 2022, 11:48

Ни өсөн йәшәйбеҙ?

Бер түрә, тирә-йүнде һелкетеп, кешеләрҙе йәберләп, был донъяға мин хужа, тигәндәй йәшәне. Ябайыраҡтар унан ҡурҡа, хәйләкәрерәктәр уға ялағайлана ине. Донъяның кендеге кеүек тотто теге үҙен, һәм был мәңге шулай булыр һымаҡ ине. Әммә был түрә лә ҡапыл ғына донъя менән хушлашты.

Ни өсөн йәшәйбеҙ?
Ни өсөн йәшәйбеҙ?

Күптән түгел булған ике ваҡиға мине ныҡ уйланырға мәжбүр итте.
Бер танылған яҙыусының юбилейы киң билдәләнде, ул үҙенә һәйбәт-һәйбәт бүләк килтереүҙе ойошторҙо. Тырышлығы бушҡа китмәне: ҡала-райондар, төрлө учреждениелар бишәр-алтышар видеокамера, видеомагнитофон, телевизор, ябай магнитофон, тағы әллә нәмәләр бүләк итте. Яҙыусы шуларҙы күреп бик ҡыуанғайны, башҡалар, шул иҫәптән мин дә, унан көнләшкәйнек. Ярты йыл да үтмәне, бөтәһен дә хайран ҡалдырып, теге яҙыусы уйламағанда үлде лә китте. Бахырҙың бүләктәре торҙо ла ҡалды. Икенсе бер түрә, тирә-йүнде һелкетеп,
кешеләрҙе йәберләп, был донъяға мин хужа, тигәндәй йәшәне. Ябайыраҡтар унан ҡурҡа, хәйләкәрерәктәр уға ялағайлана ине. Донъяның кендеге кеүек тотто теге үҙен, һәм был мәңге шулай булыр һымаҡ ине. Әммә был түрә лә ҡапыл ғына донъя менән хушлашты.

Был ике үлем мине ныҡ тетрәндерҙе. Төптән ҡараһаң, Аллаһы Тәғәлә беҙгә был донъяла бөгөн һоҡланған, табынған бар нәмәнең ваҡытлы икәнлеген, күп тә үтмәйенсә юҡҡа сығасағын, уға һис тә йәбешергә, мөкиббән китергә ярамағанлығын көн дә күрһәтә, иҫбат итә. Беҙ иртәнсәк кенә һоҡланып, ауыҙ һыуын ағыҙып, “тәмле лә тәмле” тип ашаған ризығыбыҙҙың ярты тәүлек үтеүгә нәжескә әйләнеүенән фәһем алһаҡсы! Буш нәмәләр, мираждар артынан сабабыҙ. Аллаһы Тәғәлә бит беҙҙе иҫкәртә: һеҙҙең бөгөн һоҡланған, яратҡан, табынған бөтә нәмәләрегеҙ ҙә, ваҡыты еткәс, ана шулай серей, һаҫый, юҡҡа
сыға, нәжескә әүерелә. Ә һеҙ, аҡылһыҙҙар, шуның өсөн көсөгөҙҙө сарыф итәһегеҙ. Уйланһағыҙсы! Көсөгөҙҙө ваҡытлыса әйберҙәргә түгел, мәңгелек ҡиммәттәргә йүнәлтһәгеҙсе, ти Ул.

Наил Ғәйетбай.

Автор:
Читайте нас: