Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Ноябрь 2022, 20:35

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Автограф" көнө үтте

Һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Әле кемдең китабын уҡыйһығыҙ? 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Автограф" көнө үтте
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Автограф" көнө үтте

Һәр яҙыусыға  үҙ китабыңды ҡулға алыу,  хеҙмәт емешеңдең  һөҙөмтәһен күреү - оло ҡыуаныс. Әлбиттә, китаптарыңдың  кәштәлә туҙан йыйып ятмауы, уҡыусыларға барып етеүе лә мөһим. Ошо йәһәттән бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында "Автограф көнө" үтте. Сарала Венер Исхаҡовтың "Шәп күстәнәс",  шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың "Бәхет һурпаһы", рус телендә ижад итеүсе прозаик Елена Чумакованың "Һайрар һандуғас илендә”,  Дилбәр Булатованың "Наза", филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың "Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар" исемле китаптарының исем туйы булды.

Осрашыу бик йәнле барҙы. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең битараф булмауы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреүе халҡыбыҙҙың китапҡа һөйөүе һүрелмәүе хаҡында һөйләй. Китап уҡыусылар яратҡан авторҙарынан автографтар алды.  Яҙыусылар ошондай матур байрам ойошторған нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә, китап уҡыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: