Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
18 Ғинуар 2023, 16:25

Башҡортостан ере беҙгә килеште...

Рәсәй кешеһенең сит илгә тартылыуы, был донъяла әҙәмсә йәшәгеһе килеүе аңлашыла: унда тормош шарттары ла, эш хаҡы ла күпкә һәйбәт. Ә бына фатир-йорттар алып, балаларын беҙҙең шарт­тар­ҙа тәрбиәләп, бында төпләнгән сит ил кеше­лә­ре аптырата ла, һоҡлан­дыра ла. Өфө районы Ша­мо­нин ауылында йәшәп ятҡан американдар ғаилә­һе тураһында бынан бер нисә йыл элек журналыбыҙ бит­­тәрендә яҙғайныҡ инде. 

Башҡортостан ере беҙгә килеште...
Башҡортостан ере беҙгә килеште...

Рәсәй кешеһенең сит илгә тартылыуы, был донъяла әҙәмсә йәшәгеһе килеүе аңлашыла: унда тормош шарттары ла, эш хаҡы ла күпкә һәйбәт. Ә бына фатир-йорттар алып, балаларын беҙҙең шарт­тар­ҙа тәрбиәләп, бында төпләнгән сит ил кеше­лә­ре аптырата ла, һоҡлан­дыра ла. Өфө районы Ша­мо­нин ауылында йәшәп ятҡан американдар ғаилә­һе тураһында бынан бер нисә йыл элек журналыбыҙ бит­­тәрендә яҙғайныҡ инде. Ул ваҡытта Джереми һәм Эйми Саваждарҙың Башҡор­тос­тан­ға килеп донъя ҡороу­ҙарына, урын­дағы халыҡ, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр менән та­ныша башлауҙарына ике генә йыл ине. Бына, алты йылдан һуң, уларҙың тағы бер тапҡыр хәлдәрен белергә ниәтләнек. Ошо дәүер эсендә тормош­та­рында ниндәй яңылыҡтар булып уҙған? Фекер-ҡа­раш­тары шул килеш ҡал­ған­мы? “Әҙәмсә” тормош һағындырмаймы?

Килгәс тә шуға иғтибар иттем: йорттарын ҡойма менән уратҡандар, балалар майҙан­сы­ғы күренә, урамда “Приора” урынына “Дастер” машинаһы тора. Ярай, был турала аҙаҡтан. Ә әлегә улар мине, американ­дар­ға хас булғанса, ихлас йылмайып ҡаршы алды. Эйми шунда уҡ сәй ҡуйып ебәрҙе.
Төпкө яҡтан... игеҙәк малайҙар йүгереп килеп сыҡты. “Эйе, – тип йылмайҙы Эйми. – Был беҙҙең иң ҙур яңылыҡ. Башҡортостан ере беҙгә килеште: Хоҙай ике ул бүләк итте...” Хәтерегеҙгә тө­шөрәм, был ғаиләнең алты йыл элек Самуил исемле биш йәшлек улдары ғына бар ине. Игеҙәктәргә Закир һәм Раян тип исем ҡушҡандар. Эйе, тап шулай, Закир һәм Раян. Инглизсә лә, башҡортса ла бер яңғырашлы исем һайларға тырыштыҡ, тип аңлатты ғаилә. Әлбиттә, уларҙың тыуыу тарихы ҡыҙыҡһындырҙы. “Бәпес көтө­үе­беҙ­ҙе белгәс, күптәр Америкаға ҡайтып табырбыҙ тип көттө. Әммә беҙ бында ҡалырға баштан уҡ хәл иткәйнек инде... Ҡыуатов исемендәге республика дауа­хана­һында таптым. Табип­тар­ҙың йылы, хәстәрлекле мөнә­сә­бәте бик оҡшаны. Америкала мине шул көндө үк өйгә ҡай­та­рыр­ҙар ине, ә бында әсәнең дә, баланың да хәле һәйбәт икәненә ышанғас ҡына сығаралар дауа­хананан. Йәнә шундай айы­рма бар: тегендә бала тыуғас та ата­һы, өләсәй-олатайҙары, апай-ағай, һеңле-ҡустылары – барыһы ла бәпес менән танышырға па­ла­та­ға инә, бер ниндәй тотҡарлыҡ юҡ. Уның ҡарауы, бында бәпестең өйгә ҡайтыуы – матур бер байрам. Иғтибарға лайыҡ йола”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Эйми.
Мин килеүгә хужабикә салаттар әҙерләгәйне. Америкала салат­тар­ҙы бик эшләп бармайҙар икән, ғөмүмән, майонезды ҡул­лан­маҫҡа тырышалар. Әммә Эйми байрамдарҙа, ҡунаҡтар килгәндә салатҡа өҫтөнлөк бирә. “Хәҙер бешергән аҙыҡтарымды таҙа американса тип тә, рус йә башҡорттоҡо тип тә әйтеп булмай, буталып бөттөләр инде”, – ти ул. Шулай ҙа иртәнге һәм төшкө ашты үҙҙәрендәгесә әҙерләргә тырыша. Самуил урындағы аҙыҡтарҙы бик ашап бармаһа ла, игеҙәктәр, бында тыуғанғамы, үҙ итә, ҡара­бой­ҙай­ҙы бик яраталар.
Шамонинға күскәне бирле, әлбиттә, әллә күпме үҙгәреш булған уларҙың тормошонда.
– Тәүге ваҡытта беҙ бында йәшәргә өйрәндек, – тип һөйләне улар. – Сөнки йәшәү рәүеше ҡырҡа айырыла. Әйтәйек, Аме­рикала, ғөмүмән, сәй, бигерәк тә эҫе сәй эсмәйҙәр. Һыуыҡ кока-колаға ла боҙ һалалар. Кофе, сәй артында һөйләшеп улты­рыр­ға алдан уҡ саҡырырға, һөйлә­шеп-киле­шер­гә кәрәк. Бындағы кеүек, күр­ше­нең йә дуҫтың хәлен белеп киләйем, тигән ғәҙәт юҡ. Һәм кискә саҡлы кешелә ҡал­майҙар. Туғыҙҙан һуң хатта кем­гәлер шылтыратыу ҙа әҙәпһеҙлек һа­на­ла. Ә беҙгә, киреһенсә, кис­тә­рен, эштән һуң осрашып һөй­лә­шеп ултырыуҙар оҡшай. Бындағы ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллелек хайран ҡалдырыуҙан туҡтағаны юҡ. Был сифатҡа беҙ ҙә өй­рә­нә­беҙ. Ҡыҫҡаһы, план­лаш­тыр­май йә­шәргә планлаштыра торғас, ниһайәт, өйрәндек. Хәҙер беҙҙе бер нәмә лә аптырата алмай, тиергә була.
Һуңғы һүҙҙәренә ышанам һәм уларҙың, бөтә уңайлыҡтар менән йәшәргә күнеккән Америка кешеләренең, сабырлыҡтарына ғәжәп итәм. Улар Шамонинға ауыл яңы төҙөлөп кенә ятҡан саҡта күсә. Ә ул ваҡытта, билдәле, асфальт тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бурандарҙа, яҙғы бат­ҡаҡ­тар­ҙа машиналарын юл­да ҡалдырып, игеҙәктәрен күтәреп, сумка-пакеттарын йөкмәп, йәйәү ҡайтып етергә тура килгән саҡтар ҙа йыш була. Ҡыштарын, әлбиттә, соҡор-саҡырҙар ти­геҙләнә, әммә әллә нисә көнгә һуҙылған бурандар ваҡытында юлдарҙы таҙартмау байтаҡ мә­шә­ҡәттәр тыуҙыра. “Студент­та­­рымдың сит ил машинаһы алырға кә­ңәш итеүҙәренә ҡарамай, “Прио­ра” алғайным. Был юл­дар­ға яраҡ­лаштырып эшләнгәндер, тип уйланым. Әммә аҙаҡ уҡыусыла­рым­дың хаҡлы икәненә тө­шөн­дөм, ике йылдан машинаны яңыртырға тура килде, алама юл эшлектән тиҙ сығарҙы, – ти Джереми машинаһын алыштырыу та­рихын һөйләп. – Ә бына ремонттың, запас частәрҙең ос­һоҙлоғо беҙгә ҡулай ғына булды”.
Ул ваҡытта магазин хеҙмәтен ауыл осондағы бер генә киоск башҡарыуын, интернет юҡлығын, балалар баҡсаһының бөтә ауылға берәү булғанын да телгә алды ғаилә. Самуилды ауылдың бер осонан икенсе осона йәйәү алып барырға ла тура килгеләй. Хәҙер улар яғында яңы балалар баҡсаһы, магазин асылған, мәктәп тә яҡын, рәхәт.
Джереми үҙе Америка-Башҡорт интерколледжында инглиз телен уҡытыуын дауам итә. Самуил Шамонин мәктәбенең IV класында уҡып йөрөй. Мәктәптәге Роберт Хәмиҙуллин етәкселегендәге “Дарман” бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Башҡорт бейеүҙәрен айырыуса яратып башҡара. Русса тап-таҙа һөйләшә.
Ауыл ерендә кешеләрҙең итәғәтлерәк булыуы, танышмы-түгелме, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуҙары һоҡландыра ғаиләне. Урам буйында балаң менән яңылыш бер-бер хәл булһа, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫтарын беләләр.
Ә иң ҡыҙығы Эйми менән Джеремиға машина йөрөтөргә өйрәнеү булған. Икеһенең дә таныҡлығы ла, әллә нисә йыллыҡ стаждары ла бар сөнки Америкала 16 йәштән йөрөй башлайҙар. Әммә Рәсәй юлдарында елдерергә тәжрибәләре булмай сыға. Белеүебеҙсә, сит илдәрҙә юлдар иркен, тип-тигеҙ, ялтырап ята һәм кешеләр ашыҡмай, бөтә юл ҡағиҙәләрен үтәп йөрөй. Һары ут янһа, бер кем дә тиҙерәк үтеп ҡалырға тырышмай, тыныс ҡына йәшел янғанын көтә. Ҡайһы берәүҙәр хатта китап-гәзит уҡып өлгөрә. Ә беҙҙә... тап киреһе.
– Тәүҙә шок булды. Бигерәк тә ҡала эсендә ниңә улай ҡурҡыныс йөрөгәндәрен аңлай алмай баш ваттым, – тип һөйләй Джереми. – Бөтә нәмәгә лә өйрәнәһең икән, тиҙҙән беҙгә был шул тиклем ғәҙәти хәлгә әйләнде. Руль артына ултырҙыңмы, йоҡо оса, бөтә иғтибар юлға күсә. Хәҙер Америкала үҙебеҙҙе ҡурҡыныс водителдәр тип һанайбыҙ. Бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәп, яй ғына барғандарына нервы түҙмәй, урап үтке килә...
Джеремиҙың салғы менән бесән сапҡаны үҙе айырым бер ваҡиға. Йыл һайын ауылға бесән эшләшергә йөрөгән дуҫына алдан уҡ барырға теләк белдереп ҡуя.
– Беҙҙә хәҙер салғыны музейҙа ғына күрергә мөмкин. Ә минең шул тиклем ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ башҡарған эште елкәмдә татып ҡарағым килде, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманым, әлбиттә, – тип һөйләне үҙенең мажаралары тураһында Джереми. – Беренсе көндө машинаға тейәлеп сығып киттек. Ғәҙәттә, бесәнде трактор менән эшләп алалар икән. Минең килеү хөрмәтенә ул йылды ҡул менән сабырға булдылар. Нисек һелтәргә кәрәк икәнен күрһәттеләр ҙә, салғы тоттороп, йомшаҡ үләнде сабырға ҡалдырҙылар. Үҙҙәре икенсе яҡтан төштө. Ул мәлдәге ыҙалауымды белһәгеҙ! Салғыны улай әйләндерәм, былай тулғандырам, килеп сыҡмай ҙа ҡуя инде! Үлән шул килеш ултыра ла ҡала. Башҡаларға ҡараһаң, уйнап йөрөйҙәрме ни! Ашағанда ла, йоҡлағанда ла өйрәнә алмағаным өсөн көйҙөм. Икенсе көндө, улар булдырғанды минең дә килеп сығасаҡ, тип сәмләнеп тотондом. Тәүҙә бесән сабыуҙы гольф уйыны кеүек ҡабул иткәйнем, аҙаҡ уның бейеүгә оҡшағанын аңлап алдым. Өсөнсө көнгә ирҙәр мине үҙ эргәләренә алды һәм улар менән типә-тиң саба инем инде. Эшләйбеҙ-эшләйбеҙ ҙә сәй эсеп алабыҙ, һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ – урманда беҙҙән башҡа бер кем юҡ, бер кем ишетмәй, хатта русса һүгенергә лә өйрәттеләрJ. Ә бесәндән ҡайтҡас миндектең япраҡтары туҙғансы сабынып тороп мунса инеп сығаһың да карауатҡа һуҙылып ятаһың. Бөтә тәнеңдән рәхәтлек йүгерә. Арығаның ниндәйҙер бер ләззәтле арыуға әйләнә... Шул мәлдә бер генә һүҙ килә телгә: “кайф”...
Джеремиҙың тағы ла бер тапҡыр бесәнгә барғыһы килә. Беҙҙеңсә генә итеп: бесән һағындыра, тип ҡуйҙы. Ауылда уға йәнә яңы ғына һауылған һөт ныҡ оҡшап ҡала, тәме һаман телем осонда, ти ул.
Джереми ҙа, Эйми ҙа эштән ҡурҡмай. Шулай булмаһа, беҙҙең шарттарға, ай-һай, түҙеп йәшәй ала алырҙар инеме икән!
– Тәүге йылы, бөтәһе лә ултырта, тимәк, миңә лә кәрәк, тип кенә баҡсаға сыҡтым. Аҙаҡ аңланым: миңә баҡса эше ныҡ оҡшай икән! Быны һис көтмәгәйнем...
Баҙында үҙе ҡышҡылыҡҡа япҡан банкалары, кишер-сөгөлдөрө һаҡлана. Ҡабаҡ, һуған, помидор-ҡыярын да үҫтерә. Йыл һайын баҡса еләге, ҡурай еләге уңа. Шуның өсөн дә Эймиҙың йәйгеһен Америкаға ҡайтҡыһы ла килмәй. Йәйгеһен бында рәхәт, ти ул. Америкала ла баҡса ултырталар, әммә күберәген күңел өсөн генә. Ә бында баҡса – йәшәү сығанағы.
– Мин, ғөмүмән, ауыл халҡын ихтирам итәм, – тип һүҙен дауам итте Эйми. – Баймаҡ районында әхирәтемдең һеңлеһендә ҡунаҡта булғайным. Өҫтәле әле һаман күҙ алдымда. Һатып алынған әйберҙәрҙән шәкәр, тоҙ, кәнфит кенә ине. Ҡалған бөтә нәмә үҙенеке: картуф, ит, һөт аҙыҡтары, йомортҡа, еләк, алма, салаттар. Ауыл кешеһе бөтә нәмәне лә үҙе эшләй. Ҡунаҡсыл. Сабыр. Риза булып, тормошонан ҡәнәғәтлек табып йәшәй белә...
Саваждарға бында кешеләрҙең тышта, парктарҙа йөрөргә яратыуы оҡшай. Бер көн, Америкала булған саҡтарында, Джереми менән Эйми паркта йөрөп килергә була. “Парк тулы кеше, әммә инглизсә һөйләшкән беҙ икәү генә инек, – тип көлөшөп алды улар. – Парк та бәләкәй түгел. Әммә бында ла йәштәрҙең, балаларҙың телевизор, компью­тер, телефонға ылыға барыуҙарын күреп, эс бошоп ҡуя. Тиҙҙән халыҡ саф һауаны, хәрәкәтте йәнһеҙ экрандарға алыштырмаһа ярар ине...” Килеш­мәү мөмкин түгел. Ауылдарҙа ла тиҙҙән һыйыр тотоуҙан, баҡса ултыртыуҙан баш тартып, магазиндан яһалма аҙыҡ һатып алып ашап ултыр­маҫтармы?
Саваждар бында мунсаны яратырға ла өйрәнгән. “Тәүҙә ҡурҡыныс, әллә нисек кеүек ине. Япраҡ менән үҙ-үҙеңде ниңә туҡмарға кәрәк икән, тип аптырай торғайныҡ. Хәҙер мунсаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Әлегә үҙебеҙҙеке юҡ, дуҫтарҙыҡына йөрөйбөҙ. Һәм хәҙер мунсаға үҙ аллы ла бара алабыҙ, юҡһа башта мотлаҡ берәйһе менән инә торғайныҡ”. Джереми сабынғандан һуң ҡар менән ышҡынырға ла күнегеп алған.
Алты йыл элек осрашҡанда Саваждар ихлас ҡына башҡорт телен өйрәнә башлаған ине. Әммә, үкенескә ҡаршы, йорт төҙөү, бала мәшәҡәттәре менән туҡталып ҡалырға мәжбүр булғандар. Шулай ҙа өйрәнерҙәренә өмөтөн өҙмәй ғаилә, беҙ бында йәшәйбеҙ икән, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә, телен белергә тейешбеҙ, тигән фекерҙә улар. Алты йыл әҙ ғүмер түгел, төрлө саҡтар ҙа булып киткеләгәндер. Әммә ошо ваҡыт эсендә Шамонин уларҙың икенсе тыуған еренә әйләнгән. “Тәүҙәрәк урам араһынан уҙғанда үҙемде ятыраҡ, ҡунаҡ кеүегерәк хис итә инем, – ти Эйми. – Әммә хәҙер, һин ҡайҙан, тип һораһалар (бәлки, Американы күҙ уңында тоталыр кеше), уңайһыҙланмай, ауыҙ тултырып “Мин Шамониндан” тип яуаплайым”.
Моғайын, күптәрҙә, ниңә улар Башҡортостанда ҡалырға булды икән, тигән һорау тыуалыр. Был һорауҙы мин дә бирҙем. “Ул турала йыш ҡына уйланғаныбыҙ бар, – тип йылмайҙы улар. – Шамонинда йәшәмәһәк, бәлки, ҡалмаған да булыр инек. Тәбиғәт иҫ киткес һәйбәт, киң күңелле, ҡунаҡсыл күрше-күлән, ауыл­даш­тар тартты беҙҙең күңелде. Юҡһа Америкала, бындағы кеүек ауыл ерендә йәшәһәк тә, күрше-күләндең кем икәнен дә белмәй инек. Балаларға ла рәхәт бында – дуҫтары күп, күңелдәре бул­ған­сы тышта, саф һауала уйнайҙар. Самуилға мәктәп тә яҡын, үҙе генә йөрөй. Бында беҙ үҙебеҙҙе өйөбөҙҙәге кеүек тоябыҙ...”
Саваждар менән һөйләшкәндән һуң шуны аңланым: бәхет матди байлыҡтан ғына тормай икән. Унан әһәмиәтлерәк, ҡиммәтерәк нәмәләр ҙә бар: әйтәйек, күңел тыныслығы, эскерһеҙлек, рух байлығы; үҙ-ара яҡын мөнәсәбәт, ярҙамсыллыҡ. Йыш ҡына беҙ йәшәү ауыр, аҡса юҡ, фәлән-төгән тип зарланырға яратабыҙ. Әммә, бай йәшәп тә, күрше-күршеһен белмәһә, бер-береһен аңламаһа, күңеле тарыҡһа, нисек булыр ине икән?..

Гөлнара МОСТАФИНА.

Автор:
Читайте нас: