Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Апрель 2023, 15:53

Мәсет өсөн - 400 мең һум

Фирүзә Бикмаева тыуған ауылы - Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәсетен йүнәтеү өсөн 400 мең һум аҡса ебәргән. 

Мәсет өсөн -  400 мең һум
Мәсет өсөн - 400 мең һум

Ҡоролтай (Яҡшымбәт ауылы биләмәһе) төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ситтә йәшәгән ауылдаштары тыуған төйәгенә даими ярҙам күрһәтә.

- Яҡташыбыҙ Фирүзә Мөҡсин ҡыҙы Бикмаева "Атайсал" проекты нигеҙендә бына инде өсөнсө мәртәбә тыуған ауылы Яҡшымбәткә ярҙам итә. Беренсе тапҡыр ул эшләгән "ERE MED Holdings. S.l" компанияһы ауыл Мәҙәниәт йорто эргәһендәге "Дан аллея"һына ултыртыу өсөн ике йөҙ төп шыршы үҫентеһе алыуға аҡса бүләгәйне. шулай уҡ мәктәп янындағы ҡапҡаны алмаштырырға ла ярҙам иттеләр.

Әле иһә ауыл мәсетен йүнәтеү өсөн дүрт йөҙ мең һум бүлделәр. Фирүзә Мөҡсин ҡыҙына һәм ул эшләгән компанияның етәкселәренә, шулай уҡ тарихи, мәҙәни мираҫ булған Аҡ мәсетте яңыртыуҙа ярҙам иткән барлыҡ Яҡшымбәт халҡына ҙур рәхмәт, - тиелә яҙмала.

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: