Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
2 Май 2023, 14:17

АУЫР УЙҘАР

Стресҡа ҡаршы көрәшеү буйынса семинар бара. Психолог ҡулына стакан тотоп, бүлмә буйлап йөрөй. Барыһы ла ғәҙәти һорау бирелгәнен көтә: стакан яртылаш бушмы, әллә яртылаш тулымы? Әммә был һорау яңғырамай. Психолог икенсе нәмә менән ҡыҙыҡһына:— Нисек уйлайһығыҙ, был стакан ни тиклем ауыр?

АУЫР УЙҘАР
АУЫР УЙҘАР

Стресҡа ҡаршы көрәшеү буйынса семинар бара. Психолог ҡулына стакан тотоп, бүлмә буйлап йөрөй. Барыһы ла ғәҙәти һорау бирелгәнен көтә: стакан яртылаш бушмы, әллә яртылаш тулымы? Әммә был һорау яңғырамай. Психолог икенсе нәмә менән ҡыҙыҡһына:
— Нисек уйлайһығыҙ, был стакан ни тиклем ауыр?
Барыһы ла, гөж килеп, стакандың ауырлығын грамлап иҫәпләргә тотона.
— Юҡ, — ти психилог. — Грамдар мөһим түгел. Ауырлығы ваҡытҡа бәйле. Әгәр бер минут тотһам, бер ни һиҙелмәйәсәк. Бер сәғәт тотһам, ҡулым ауыртасаҡ. Көнө буйы тотоп йөрөһәм, талыуҙан ҡулымды бөтөнләй тоймай башлаясаҡмын. Стакандың ауырлығы үҙгәрмәй, әммә оҙағыраҡ тотҡан һайын, миңә ҡыйыныраҡ тойоласаҡ.
Стресс һәм борсолоуҙар ҙа ошо стакан һымаҡ. Бер тапҡыр уйлайһың икән — ҡурҡыныс түгел. Тағы ла әҙерәк уйлаһаң, нығыраҡ борсола башлайһың. Көнө буйы уйлап йөрөһәң, үҙеңде талған ҡул һымаҡ эшкә яраҡһыҙ итеп тоя башлайһың.

ҒҮМЕРҘӘГЕ ИҢ ФАЙҘАЛЫ ҒӘҘӘТ — НАСАР НӘМӘЛӘРҘЕ ТИҘ ГЕНӘ ОНОТА БЕЛЕҮ. ҮҘЕҢДЕҢ КҮҢЕЛЕҢДЕ, ҒҮМЕРЕҢДЕ АУЫР УЙҘАР МЕНӘН ТУЛТЫРЫРҒА КӘРӘКМӘЙ. БАШ ВАТЫУЫҢДАН НИҘЕР ҮҘГӘРӘМЕ? ЮҠ! УЛАЙҺА, НИҢӘ КӨНӨ БУЙЫ ҮҘЕҢДЕ ЫҘАЛАТЫРҒА?

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: