Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
15 Июнь 2023, 15:54

ЙӨРӘГЕНДӘ – БӨРКӨТ САЯЛЫҒЫ, ҠУЛДАРЫНДА – БИҘӘК ҺӘМ НАҒЫШ

Әммә тормош гел һин теләгәнсә генә бармай шул, бер мәл килеп бөтөнләй икенсе юлдан алып китеүе ихтимал. Уларҙың ғаилә нигеҙе ҡаҡшай һәм әсә кеше ҙур ҡалала береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙы ҡала.

ЙӨРӘГЕНДӘ – БӨРКӨТ САЯЛЫҒЫ,  ҠУЛДАРЫНДА –  БИҘӘК ҺӘМ НАҒЫШ
ЙӨРӘГЕНДӘ – БӨРКӨТ САЯЛЫҒЫ, ҠУЛДАРЫНДА – БИҘӘК ҺӘМ НАҒЫШ

Беҙҙең халыҡта уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр тигән әйтем йәшәй. Был һүҙҙәр тап Альбина Аҡбулатова һымаҡ ҡыҙҙарға ҡарата әйтелгән. Сөнки сая, рухлы, елдәй етеҙ, үҙе мөләйем, нескә күңелле, эшкә тилбер һәм оҫта Баймаҡ ҡыҙы теләһә атта ла сабыр, спортта ла ал бирмәҫ, тиҙ генә самауырын да шыжлатып ҡайнатып ебәрер, талғын ғына баҫып, ойоттороп ҡына бейеүгә лә төшөп китер, тыныс ҡына ултырып, үҙ эсенә көйөн көйләп, зауыҡлы ғына итеп ҡул эштәрен дә башҡарыр.

Мәҡәләбеҙ һылыуҡайы Альбина Иршат ҡыҙы Аҡбулатова Баймаҡ районы Ҡаратал ауылында төпләнгән агроном Иршат Рәүеф улы һәм шәфҡәт туташы Зәкирә Насип ҡыҙы ғаиләһендә донъяға ауаз һала. I синыфты тамамлағас та, улар Силәбе өлкәһенең Измайловский ҡасабаһына күсеп китәләр. Шунда ҡыҙҙың күңелле балалыҡ һәм үҫмер йылдары үтә. Сибай медицина училищеһының шәфҡәт туташтары әҙерләү бүлеге студенты булып киткән Альбина әүҙем тормош башлай: өлгөлө уҡыу менән бер рәттән, төрлө спорт ярыштары, конкурстарҙа ҡатнаша.
Училищены тамамлағас, Альбина Башҡорт дәүләт медицина университетының “Шәфҡәт туташтарының юғары белеме” бүлегенә уҡырға инә. Ата-әсәһенән алыҫта йәшәү, ҙур ҡалаға өйрәнеп китеүе бик ауыр булһа ла, бәхетенә күрә, уға ошонда уҡ белем алған һеңлеһе Гөлнара Шәфҡәт ҡыҙы Дәүләтшина ярҙамға ашыға, уның ныҡлы терәгенә әүерелә. Әйткәндәй, хәҙерге ваҡытта ул Сибай ҡалаһында педиатр булып эшләй.
Тәүге курсты бөткәс тә ҡул ҡаушырып ултыра алмай Альбина, тиҙ арала Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика-клиник дауаханаһының гастрохирургия бүлегенә санитарка булып эшкә урынлаша. Бер йылдан тырыш ҡыҙҙы шәфҡәт туташы вазифаһына күсерәләр. Шулай Альбина ҡулына диплом алыуына ярайһы ғына тәжрибә лә туплап өлгөрә. Тиҙҙән тормошҡа сыға, тәүге сабыйы – Айгизәр улын һөйөү бәхетенә ирешә. Әммә әсә кеше алдына йә ғаиләһен, йә карьераһын һайлау мәсьәләһе килеп баҫа. Эшен бик яратып, мөкиббән китеп башҡарһа ла, ул әсәлек бурысын лайыҡлы башҡарыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шулай итеп, оҙаҡламай ғаиләләренә йәм-биҙәк өҫтәп, ҡыҙҙары Әҙилә һәм улдары Илгизәр донъяға килә.
Әммә тормош гел һин теләгәнсә генә бармай шул, бер мәл килеп бөтөнләй икенсе юлдан алып китеүе ихтимал. Уларҙың ғаилә нигеҙе ҡаҡшай һәм әсә кеше ҙур ҡалала береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән яңғыҙы ҡала. Ғәзиздәрен кеше итеп, аяҡҡа баҫтырыу бик еңелдән бирелмәй уға. Шул ҡатмарлы мәлдә Альбина, ата-әсәһенең үҙенә терәк-таяныс булыуын, һәр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙырҙарын белеп-тойоп, улар янына, Арҡайым ҡасабаһына, йәшәргә ҡайта.
Тылы ныҡ кеше ҡайҙа ла бирешмәй ул. Альбина ла, күңел тетрәнеүҙәренә юл ҡуймай, тормошҡа дәртен һүрелдермәй, балаларына бауыр баҫып, тормошоноң өр-яңы битен аса. Сибай ҡалаһындағы дауахананың хирургия бүлегенә эшкә урынлаша. Әлбиттә, эше тынғыһыҙ, көн дә уларҙың күҙҙәренә өмөт менән ҡараған ауырыуҙарҙың, уларҙы ҡурсалап, һауығырына ышанған яҡындарының, туғандарының һүҙҙәрен дә, күҙ йәштәрен дә йөрәге аша үткәрергә, ярҙам итергә кәрәк… Ә өйөндә балалары, күҙ нурҙары һағынып көтөп тора, ул ваҡытта өлкән улы Айгизәр – II, ҡыҙы Әҙилә I класта ғына уҡый, төпсөгө Илгизәр балалар баҡсаһына йөрөй. Балалары хаҡына ул бер ниндәй ҙә ауырлыҡ алдында баш эймәҫкә, бирешмәҫкә өйрәнә. Уның башында бына-бына тормошо яйланып, киләсәк юлы яҡтырып китәсәгенә ышаныслы уйҙар ҡайнай, өмөт сатҡылары ҡабына.
Шулай уйлана торғас, бер көн Альбина тормошон ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар итә. Йәйҙең һуңғы көндәре, япраҡтар һарғайышып, алтын көҙ яҡынлашҡан мәл. Ике уҡыусы балаһын алып, Альбина Сорғот ҡалаһына юлға сыға. Шунда уҡ эшләп йөрөгән атаһы Иршат Рәүеф улы ҡыҙы һәм ике ейәнен ҡыуанып ҡаршы ала. Күп тә үтмәй улар янына әсәһе Зәкирә Насип ҡыҙы ла күсенеп килә. Балалар мәктәпкә урынлаштырыла, кескәйе балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыла. Альбина ҡаланың тән бешеү үҙәгенә процедуралар яһаусы шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша, бер йылдан үҙенә фатир алыуға өлгәшә.
Тормошо яйлап көйләнгән, йөрәк яралары уңалған, донъяға яратып баҡҡан, һәр ваҡыт күтәренке рухта булған Альбина тиҙҙән үҙенең буласаҡ тормош иптәше, иғтибарлы, мөләйем, изге күңелле кеше, мөхәббәте Маратты осрата. Марат Альбинаның тормошона матур буяуҙар өҫтәй, йәм бирә, нур бөркә, үҙен ныҡлы терәк һәм ышаныслы ир-егет итеп таныта. Оло йөрәкле ир уҙаманын балалар ҙа үҙ итә, бик тиҙ арала уртаҡ тел табып, ылығып китәләр. Шулай итеп, улар ғаилә йөгөн бергәләп тарта башлай.
2019 йылдың март айында Альбина “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында белеп ҡала. Бәләкәй сағынан бейеү менән шөғөлләнергә теләгән ҡыҙҙың хыялдарын балалары тормошҡа ашырып, ғаиләлә әүҙем ижади аҙымдар яһала. Хәҙер инде улар бергәләп төрлө конкурс-байрамдарҙа, милли туйҙарҙа ҡатнаша. Ағымдағы йылдың ғинуар айында Мәскәү ҡалаһындағы конкурста призлы урынға лайыҡ була, мәктәптә уҙғарылған “Калейдоскоп” исемле милли-мәҙәни фестивалдә ҡатнашып, башҡорт милләтенең йөҙөн күрһәтә, “Шатлыҡ”тарҙың да бер сығышынан ситтә ҡалмай. Ансамбль етәкселәре Рияз Нияз улы Байегетов һәм Лилиә Камил ҡыҙы Ғарифуллинаның фиҙаҡәр хеҙмәте ярҙамында Альбина кеүек тыуған яҡтарынан ситтә йәшәүсе башҡорттар яҡташтары, милләттәштәре менән аралашыу, дуҫлашыу, үҙҙәренең мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлегенә эйә. Ә сит тарафтарҙа был бик мөһим.
Бейеү менән дәртләнеп шө­ғөл­лә­неүсе балаларҙың күҙҙә­рендәге осҡон яйлап әсәй кешенең дә йөрәгенә лә күсә. Тыуған яғына тартылыуҙанмы, Альбинаны үҙ халҡының көнкүреше, мәҙәниәте, милли кейемдәре, биҙәүестәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шулай итеп, ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдерек, селтәрҙәрен бәйләү серҙәренә төшөнөп, ошо эшкә ныҡлап тотоноп китә. Ғәҙәттә, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы мәрйен-тәңкәләр менән тегеп эшләһә, Альбина уларҙы бәйләүгә оҫтарып ала. Был эш уға ят түгел, сөнки ҡул эштәренә ул бала саҡтан бик маһир була.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшенә бер йәм биреп, кейеменә зауыҡ өҫтәгән селтәрҙәр донъяһы уны көндән-көн нығыраҡ йәлеп итә. Тиҙҙән инде Альбина яҡындарына милли биҙәктәр һалып, мәрйен-тәңкәләр менән нағышлап бәйләгән ҡул эштәрен бүләк итә башлай. Әйтергә кәрәк, күңел йылыһын һалып, һәр бер эшен үҙенсә биҙәп, күҙ нурҙарын ҡойоп башҡарған ижад емештәре менән социаль селтәрҙәрҙә лә уртаҡлаша. Хәҙер уның эштәренә һо­рау ҙа күп, сөнки стил­ләш­те­реп бәйләнгән селтәрҙе ниндәй генә ҡатын-ҡыҙҙың тағып йөрө­гөһө килмәһен инде?!
Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ул уҙған йылда селтәр эшләү конкурсына саҡырыу ала. Сая, рухлы, тырыш һәм егәрле, бер нин­дәй ауырлыҡ алдында ла баш эймәгән Баймаҡ ҡыҙы Альбина, әлбиттә, был конкурста ла һынатмай: ул беренселекте ала. Был еңеүе менән ҡанатланған оҫтабикәбеҙ хәҙер инде тағы ла дәртләнеп эшкә тотонған, яңы үрҙәргә ынтыла.
Ысынлап та, һыуыҡ себерҙең ҡарында ҡаҙан ҡайнатыр ул Альбина, әйт кенә! Шундай яҡташтарыбыҙҙың сит ерҙәрҙә милләтебеҙҙең йөҙө булып, ҡайнап йәшәүе беҙҙә оло ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Килеп сығырмы-юҡмы, тип икеләнеп йәшәргә ярамай. Йәш ваҡытта, һаулыҡ бар саҡта, матур итеп йәшәргә, үҙ бәхетеңде, үҙ урыныңды табып ҡалырға кәрәк”, – ти Альбина. Сорғот ҡалаһына йәшәргә күсергә йыйынғас, ғаиләһе яңы мөхиткә өйрәнеп китерҙәрме, класташтары менән уртаҡ тел табырҙармы, тип ныҡ көйәләнгән Альбинаның балалары уға ҡарағанда ла көслө рухлы, тырыш һәм сәмсел булып сыҡҡан. Шулай булмай ни, юҡҡа ғына ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тимәйҙәр бит. Был йәһәттән Альбина Иршат ҡыҙы уларҙы үҙ ҡанаты аҫтында ғына тотмаған, алдарынан төшөп, эштәрен алып, әпәүләп кенә ултырмай, ә үҙҙәренә осорға өйрәнергә, тырышырға форсат бирә, һәр яҡлап үҫтерергә тырыша, рухи яҡтан нығыта.

Балаларына яҡшы әсәй, кәңәшсе һәм дуҫ, сит ерҙәрҙә башҡорттоң данын таратып, милләтебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәп, төп эшенә лә өлгөрөп, зауыҡ менән ҡул эштәре лә башҡарған Альбина Иршат ҡыҙы Аҡбулатованың киләс­әге үҙе һымаҡ ҡояштай бал­ҡып, эргә-тирәһен­дәге­ләргә нур һибеп тороуын телә­йем. Аллы-гөллө нурҙар ме­нән зауыҡлы итеп биҙәлгән ҡул эштәре лә, бар күңелен башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлауы ла юлда­рына сәскәләр булып үҫеп, матур-матур емештәрен бирмәй ҡалмаҫ, моғайын!

Земфира ТАҺИРОВА.

 

Архив, 2020 йыл.

 

Автор:
Читайте нас: